Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
12 Октябрь , 15:30

Африкандар беҙгә ни өсөн килгән?

Кеше күҙҙәренең беҙ белмәгән серҙәре ифрат күп...

Африкандар беҙгә ни өсөн килгән?

Африканың Джибути ҡалаһынан килгән делегация танылған ғалим, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы Эрнест Мулдашев менән осрашты. Ҡала мэры Фатума Авале Осман етәкселегендәге төркөм Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәгендә булып, сирҙәрҙе дауалауҙа һәм диагностикалауҙа заманса ысулдар менән танышты.

Үткән быуаттың 90-сы йылдарында үҙенсәлекле хирургик биоматериал уйлап тапҡан ғалимдың асыштары бөтә донъяға билдәле. Күҙгә 80-дән ашыу өр-яңы операция ысулын эшләгән, 300-ҙән ашыу фәнни эш яҙған, патенттар алған тәжрибәле белгес менән әңгәмә мауыҡтырғыс булды. Аллоплант ярҙамында күҙ нервыһында операция яһала, онкопатологиялар дауалана.

Доктор сит ил ҡунаҡтарын үҙәктең медицина кабинеттары буйлап йөрөтөп,  хирургияла ҡулланылған үҙенсәлекле биоматериал менән таныштырған. Күҙ серҙәрен асыусы видеороликтар ҡунаҡтарға айырыуса оҡшаған. “Күҙ эсенә сәйәхәт” тип аталғанында доктор үҙе бәйән итеп, кеше күҙҙәренең беҙ белмәгән серҙәрен асҡан.

Делегация ағзалары осрашыу аҙағында ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуап алған.

Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

 

Автор:Дина Арсланова