Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
12 Октябрь , 16:55

“Беҙҙең район – үҙенсәлекле төбәк...”

Өфөләге сауҙа үҙәктәре санитария-эпидемиология талаптарын көсәйтте. Әммә бөтә ерҙә лә уларҙы үтәргә ашыҡмайҙармы, өлгөрмәйҙәрме... “Тирәктәр” сауҙа йортонда булғандан һуң шундай тәьҫир тыуҙы.

“Беҙҙең район – үҙенсәлекле төбәк...”

Бынан алда ғына “Меркурий” сауҙа үҙәгендә булып һәм ундағы тәртипкә һоҡланып сыҡһаҡ, “Тирәктәр” сауҙа йортонда беҙҙе хәлдең киреһе көтә ине: ишектән ингәндә бер кем дә туҡтатмай, ҡайһы бер урындарҙа һаҡсылар бөтөнләй юҡ. Республика Башлығының Указы “Меркурий”ҙа һәр урында эленеп торһа, бында бер ҡайҙа ла күҙгә салынмай. Битлек кеймәй йөрөгәндәр ҙә байтаҡ.

“Һаҡсылар һәр ингән кешене туҡтатырға ҡыймай. Бик теләмәй ҙә, ахыры, сөнки был - мәшәҡәтле һәм түҙемлелек талап иткән эш. Етмәһә, беҙҙең “АвтоВАЗ” биҫтәһенең элек-электән эскеселәр һәм тәртип боҙғандар төйәге тигән даны таралған, әле лә сауҙа йортона ингәндә һаҡсыларға йоҙроҡ менән янаусылар етерлек. Һәр кемгә ҡарата көс ҡулланыу һәм сауҙа йортонан ҡыуып сығарыу – ҡыйын бурыс. Мин бер тапҡыр һөйләшеп, аңлатып сыҡтым инде беҙҙең һаҡсыларға. Әлбиттә, был талапты көсәйтербеҙ, – тине администратор Диана Фәтхиева.

Директор Рәзиф Фәтхлисламов, Орджоникидзе район хакимиәтенән алдан иҫкәртеүгә ҡарамаҫтан, бинала юҡ ине. Тимәк, бындай урындарға иғтибарҙы бермә-бер көсәйтергә кәрәк.

Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәтләндереү министрлығы вәкиле Александр Левшин был юлы телдән иҫкәртеү менән сикләнәсәктәре, әгәр ҙә ҡуйылған талаптарҙың үтәлмәүе тағы асыҡлана икән, административ штраф түләтергә мәжбүр буласаҡтары тураһында белдерҙе. Уның әйтеүенсә, бындай талаптар республиканың барлыҡ сауҙа үҙәктәре һәм кибеттәре алдына ҡуйылған, тикшереү ҙә бөтә республика буйынса бара.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Рәшит Кәлимуллин