Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
12 Октябрь , 10:30

Хәлдәр яҡшынан түгел

Һуңғы тәүлектә инфекцияны 633 кеше йоҡторған.

Хәлдәр яҡшынан түгел

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала коронавирусҡа бәйле хәл яҡшынан түгел. Көн һайын сирләп киткән кешеләр һаны арта, үлем осраҡтары ла кәмемәй.

Бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һуңғы яңылыҡтар менән таныштырҙы. Министр белдереүенсә, һуңғы тәүлектә инфекцияны 633 кеше йоҡторған.

– Сирләгәндәрҙең 10 проценты – 17 йәшкә тиклемге балалар, 18-ҙән 25 йәшкә тиклем – биш процент, 26-нан 50-гә тиклем – 41 процент, 51-ҙән 60 йәшкә тиклем – 20 процент һәм 60 йәштән өлкәндәр – 19,5 процент, – тине ул.

Алдараҡ хәбәр итеүебеҙсә, 13 октябрҙән 65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирҙәре булғандар ҡурсаланыуға китә. Максим Забелин белдереүенсә, был ҡарар үҙен тулыһынса аҡлай, сөнки тап ошо категория граждандары сирҙе ауыр үткәрә һәм күберәк вафат була.

Әле, дөйөм алғанда, республикала коронавирус 73512 кешелә асыҡланған. Уларҙың 6500-ө амбулатор рәүештә дауалана, 1295-һе дауаханаларҙа ята. 55 кешенең хәле ауыр, улар реанимация бүлексәһендә.

Максим Забелин белдереүенсә, республикала ковид менән сирләгәндәр өсөн 8055 урын бар, улар тулыһынса кислород менән тәьмин ителгән, дарыуҙар запасы ла етерлек.

– Урындар 90 процентҡа биләнгән. Мохтажлыҡ булһа, уларҙы күбәйтергә әҙербеҙ, – тине ул.

Радий Хәбиров, ауыр хәлдә булған бөтә кеше лә ваҡытында дауаханаға ятырға тейеш, тине. Быны ныҡлы контролдә тоторға ҡушты.

Вакцинациялауға килгәндә, әле республикаға 1891000 доза препарат килгән. Прививканың беренсе компонентын - 1345000, икенсеһен 1225000 кеше һалдырған.

Башҡортостан Башлығы коронавирус таралыуы буйынса хәлде бик ауыр тип атаны.

– Күңелдә шом бар. Сирләгәндәр һәм үлгәндәр һаны арта. Шуға күрә беҙ оператив кәңәшмәлә ҡарарҙар ҡабул иттек, – тине ул.

Уның белдереүенсә, бөгөндән республикала сираттағы сикләүҙәр индерелә. Уға ярашлы, сауҙа үҙәктәре, шәхси милектәге музей, күргәҙмә залдары, китапханалар, театрҙар, кинотеатрҙар, концерт залдары, мәҙәниәт йорттарына ингәндә, шулай уҡ ҡала-ара автобустарында һәм ҡала-яны поездарында тик коронавирусҡа ҡаршы вакцинациялау тураһындағы сертификат йәки һуңғы алты ай эсендә ауырыу үткәреү йә 27 октябргә тиклем кире ПЦР-тест һөҙөмтәһе тураһындағы белешмәләр булырға тейеш.

Фото: theins.ru

Автор:Альфия Мингалиева