Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
12 Октябрь , 19:30

Хәстәрлек буласаҡ!

Телефон: 8-800-201-89-03. Сәғәт иртәнге 9-ҙан киске 6-ға тиклем шылтырата алаһығыҙ.

Хәстәрлек буласаҡ!

Граждандар ниндәй вакцинаны яһатырға икәнде үҙҙәре билдәләй алмай, һәр ваҡытта быны табип хәл итә, тип белдерҙе һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары  Ирина Кононова бөгөнгө брифингта.

“Ни өсөн тигәндә, прививкаға күрһәтмәләр һәм вакцина яһатыуға ҡаршы күрһәткестәр бар, был иммун-биологик препаратты һайлау буйынса закон тарафынан ҡаралған осраҡ түгел... Вакцина коммерция әйләнешендә булғанда йәки, мәҫәлән, киҙеү ваҡытындағы кеүек ваҡлап һатылһа, уны һайлай, рецепт буйынса дарыуханала һатып ала һәм медицина ойошмаһына килтерә алыр инек. Әлеге осраҡта прививка федераль бюджет иҫәбенә алына, һәм пациенттың һайлау хоҡуғы юҡ”, – тине ул.

“Берҙәм Рәсәй” башҡарма комитеты ҡарамағындағы колл-үҙәк иртәгәнән башлап 65 йәштән өлкәндәрҙән, хроник сирлеләрҙән, ярҙамға мохтаж ауырлы ҡатындарҙан аҙыҡ-түлек килтереү буйынса заявкалар ҡабул итә башлаясаҡ. Был хаҡта һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләренә арналған брифингта Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай вице-спикеры Рөстәм Әхмәҙинуров белдерҙе. Республиканың һәр ҡала һәм районында “Беҙҙең хәстәрлек” берҙәм ирекмәндәр үҙәге Йәштәр сәйәсәте министрлығы менән бергә эш башлаясаҡ. Ирекмәндәр автомобилдәрҙә изоляцияла ултырғандарға дарыуҙар һәм аҙыҡ-түлек килтереүҙе үҙ өҫтөнә ала. Шулай уҡ поликлиникаға прививка яһатырға барырға теләгәндәргә ярҙам күрһәтеләсәк. Телефон: 8-800-201-89-03. Сәғәт иртәнге 9-ҙан киске 6-ға тиклем шылтырата алаһығыҙ.

Фото: "Башинформ".

 

Автор:Дина Арсланова