Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
12 Октябрь , 14:00

Ковидты кем еңел үткәрә?

Ауырыу менән осрашҡанда битлек кейгән, аҙаҡ ҡулдарын һәм битен йыуған, тамағын сайҡатҡан кеше сирҙе йоҡторған хәлдә лә уны еңел үткәрә, ти белгестәр.

"Роспотребнадзор” белгестәре әйтеүенсә, ауырыу менән осрашҡанда битлек кейгән, аҙаҡ ҡулдарын һәм битен йыуған, тамағын сайҡатҡан кеше сирҙе йоҡторған хәлдә лә уны еңел үткәрә.

“Организмға вирустың аҙ дозаһы эләгеүе сирҙең еңелерәк үтеүенә килтерә, өҫтәүенә кеше тиҙерәк һауығасаҡ,” – тип аңлата медицина фәндәре докторы, Г. Габричевский исемендәге эпидемиология һәм микробиология ғилми-тикшеренеү институтының директор урынбаҫары  Татьяна Руженцева. Терапевт Дарья Хавкина әйтеүенсә, яңы штамм, нигеҙҙә, сирҙең күпме дауам итеүенә тәьҫир итмәй, әммә өҙлөгөүҙәр иртә, йыш ҡына бишенсе көндә башлана. Ҡағиҙә булараҡ, 60 йәштән өлкәндәр  һәм хроник сирҙәре булған пациенттар ауырыраҡ һәм оҙағыраҡ ауырый.

Үлем осраҡтары артыуының бер сәбәбе – пандемия шарттарында кешеләрҙең хәүефһеҙлек сараларынан баш тартыуы. Икенсе сәбәп – коронавирус инфекцияһының хроник сирҙәрҙе киҫкенләштереүе, тип билдәләй белгестәр.

Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

Автор:Дина Арсланова