Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
12 Октябрь , 09:00

Һәр иртәне хәйерле итер ете ғәҙәт

Ошо ябай ғына ғәмәлдәр һәр кемдең һау-сәләмәт булыуына йоғонто яһай.

Һәр иртәне хәйерле итер ете ғәҙәт

1. Бер үк ваҡытта йоҡонан уяныу. Был эш кенә түгел, ял көндәренә лә ҡағыла. Бындай ғәҙәт йоҡоноң яҡшы булыуына тәьҫир итә.

2. Һәр иртәне гаджетһыҙ башлау. Бөйөк Британиялағы IDC Research институты ғалимдары смартфондары булғандарҙың 80 проценты тирәһенең иртән уянғас, мобиль ҡорамалына үрелеүе хаҡында хәбәр итә. Төрлө мәғлүмәттәрҙе, смс-хәбәрҙәрҙе уҡыу, беренсенән, кәйефте төшөрөүгә, икенсенән, ваҡытты социаль селтәрҙә бушҡа үткәреүгә килтерә. Смартфондағы мәғлүмәттәрҙе бер нисә минут ҡына уҡып сығайым әле тип, ярты, хатта бер сәғәт ваҡыттың сарыф ителеүе ихтимал.

3. Иртән йыуыныу йоҡонан уянырға ярҙам итә.

4. Физик күнекмәләр эшләү ваҡытында эндорфиндар – бәхет гормондары – барлыҡҡа килә.

5. Уянғандан һуң бер стакан һыу эсеү сәләмәтлек өсөн файҙалы.

6. Иртәнге ашты бутҡа, һөт аҙыҡ-түлеге, йәшелсә-емеш ашауҙан башлау – һаулыҡ нигеҙе, ти белгестәр.

7. Һәр көндө алдан планлаштырыу ғүмерҙең бушҡа үтмәүенә булышлыҡ итәсәк.

Фото: slavklin.ru 

 
 
 
 
 
Автор:Айһылыу Низамова