Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
12 Октябрь , 22:00

Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры борсола...

"Айырыуса Татарстан, Башҡортостан һәм Ырымбур өлкәһендәге хәл һағайта", - тине Михаил Мурашко.

Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры борсола...

Рәсәйҙең бер нисә урынында коронавирус инфекцияһын йоҡтороу үҫеше 30 процент тәшкил итә. Илдә борсолоу тыуҙырған ошондай 11 төбәк иҫәпләнә.

Айырыуса Татарстан, Башҡортостан һәм Ырымбур өлкәһе  һағайта, тине Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко Хөкүмәт ҡарамағындағы координация советы ултырышында.

Уның әйтеүенсә, эпидемиологик хәл төбәктәрҙә айырыла. “Һаулыҡ һаҡлау системаһы тулы әҙерлек хәлендә. Бөгөн беҙ күҙәткән яңы коронавирус инфекцияһына дусар пациенттар һаны ғына ла 1 миллион 94 мең тәшкил итә”, – тип белдергән министр. Илдә өҫтәмә койкалар һаны арттырыласаҡ.

Республикала хәл хәүефле, һуңғы тәүлектә генә 633 кешенең сирҙе йоҡторғаны, 34 ауырыуҙың вафат булғаны асыҡланды.

Фото: Rbc.ru

Автор:Дина Арсланова