Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
12 Октябрь , 14:25

Сауҙа үҙәктәренә тикшереп индерәләр

Өфөләге сауҙа үҙәктәре санитария-эпидемиология талаптарын көсәйтте. “Меркурий” сауҙа үҙәгендә, мәҫәлән, беҙ уларҙың ҡәтғи күҙәтелеүенә шаһит булдыҡ.

Сауҙа үҙәктәренә тикшереп индерәләр

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, Өфөләге сауҙа үҙәктәре санитария-эпидемиология талаптарын көсәйтте. Баш ҡаланың төньяғындағы “Меркурий” сауҙа үҙәгендә, мәҫәлән, беҙ ошо талаптарҙың ҡәтғи күҙәтелеүенә шаһит булдыҡ.

Сауҙа йортона төп инеү урынында уҡ ҡулына температура үлсәгес тотҡан һәм тейешле кейемдәге һаҡсы һатып алыусыны туҡтата – битлеге һәм бирсәткәһе бармы? Шунда уҡ температураһын үлсәй һала һәм вакцина эшләткәнде раҫлаған сертификатын күрһәтеүҙе һорай. Ҡайһы берәүҙәр әйткәс кенә кеҫәһенән битлеген килтереп сығара, ә сертификаты булмағандарҙы һаҡсы кире борорға мәжбүр.

– Ни эшләйһең, миңә лә күңелле түгел килгән кешеләрҙе кире бороуы, әммә хәүефһеҙлек – барыһынан да мөһимерәк, коронавирус менән сирләгәндәр һанының ҡырҡа артыуын уҡып торабыҙ бит, – ти һаҡсы.

Беҙ “Меркурий”ҙа республиканың Сауҙа министрлығы һәм Өфөнөң ошо сауҙа үҙәге урынлашҡан Орджоникидзе район хакимиәте вәкилдәрен дә осраттыҡ, улар талаптарҙың нисек үтәлешен тикшереп йөрөй икән. Һатыусылар һәм кибет хужалары барыһы тип әйтерлек битлек кейгән, бирсәткәләре һәм ҡулға һиптерергә спрей ҙа бар. Был талаптарҙы күҙәтмәгәндәр һирәк, патрулдә йөрөгәндәр иҫкәртеү яһау менән улар ҙа битлек кейә һала.

Ә бына сауҙа үҙәгенә килгән һатып алыусылар араһында төрлөләре осрай: өндәшмәй генә температураһын үлсәтергә ҡулын һуҙғандары һәм, сертификатын күрһәтеү өсөн, тиҙ генә телефондағы “Дәүләт хеҙмәте” сайтын асҡандары ла бар, әрләшеп һәм мыҫҡыллау ташлап, кире боролғандары ла аҙ түгел. Һаҡсыларға бындай осраҡта ҙур түҙемлелек һәм өлгөргәнлек кәрәк, әлбиттә.

Сауҙа министрығы вәкилдәре әйтеүенсә, бындай талаптар республиканың барлыҡ сауҙа үҙәктәре һәм кибеттәре алдына ҡуйылған, тикшереү ҙә бөтә республика буйынса бара.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Рәшит Кәлимуллин