Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
12 Октябрь , 17:45

Тағы ла сикләү саралары тураһында...

"Был коронавирус инфекцияһы таралыуының сылбырын  өҙөү өсөн кәрәк. Бары вакцинациялау ярҙамында ғына эпидемиологик хәлде тотороҡландырыуға өлгәшәсәкбеҙ..."

Тағы ла сикләү саралары тураһында...

Бөгөн Һаулыҡ һаҡлау министрлығында республикала коронавирус инфекцияһы менән бәйле сикләү саралары  тураһында фекер алышыу булды. Башҡортостан Башлығының дәүләт-хоҡуҡи идаралыҡ начальнигы урынбаҫары Рөстәм Хәйҙәров әйтеүенсә, коронавирустан прививка яһатмаған кешеләр сауҙа үҙәктәренә инә алмаясаҡ. “Сауҙа үҙәгенә ингәндә вакцина яһатыу  йәки сирҙе үткәреү тураһында  документтарығыҙ булмаһа, әлбиттә, һеҙҙе индермәйәсәктәр,”– тине ул. Шуның менән бергә бөтә айырым урынлашҡан магазиндарға, күп функциялы үҙәктәргә прививкаһыҙ ҙа  инеү мөмкин, уларға сикләүҙәр ҡағылмай.

Был йәһәттән “Роспотребнадзор” етәксеһе Анна Казак “сауҙа үҙәге” һүҙенә аңлатма бирҙе. “Әгәр аҙыҡ-түлек магазины тураһында һүҙ барһа, һеҙ унда инеп кәрәк-ярағығыҙҙы һатып алаһығыҙ ҙа сығаһығыҙ. Ә сауҙа үҙәктәре – фудкорт та, әллә күпме магазиндар ҙа унда, беҙ унда күп ваҡытыбыҙҙы үткәрәбеҙ. Ул – ял итеү урыны ла,  бер нисә урында әйбер һатып алыу урыны ла”,– тип аңлатты ул.

Бөгөндән башлап сикләү саралары сауҙа үҙәктәренә ҡағылды, 18 октябрҙән вакцина яһатыу йәки  һуңғы алты ай эсендә коронавирус менән сирләү тураһында белешмәң булмайынса СПА-салондарға, матурлыҡ салондарына, солярийҙарға, мунса,  бассейн, фитнес-клубтарға,  ресторан һәм кафеларға индермәйәсәктәр.

Хәҙер Өфөлә өс урында – “Торатау” конгрес-холында, “Башҡортостан Лафстайл”, “Планета”  сауҙа үҙәктәрендә вакцина яһатыу пункты эшләй, уларҙың һәр береһенең айырым инеү урын булдырыласаҡ.

Ни өсөн бындай сикләүҙәр республикала индерелде? “Был коронавирус инфекцияһы таралыуының сылбырын  өҙөү өсөн кәрәк. Бары вакцинациялау ярҙамында ғына эпидемиологик хәлде тотороҡландырыуға өлгәшәсәкбеҙ,”– тине һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

Автор:Дина Арсланова