Сәләмәт булайыҡ
13 Октябрь 2021, 14:00

35 кешенең ғүмере өҙөлдө...

Республикала һуңғы тәүлектә коронавирусты иң күбе ҡайҙа йоҡторғандар?

35 кешенең ғүмере өҙөлдө...35 кешенең ғүмере өҙөлдө...
35 кешенең ғүмере өҙөлдө...

Һуңғы тәүлектә республикала коронавирус инфекцияһын 662 кеше йоҡторған. Хәҙер вирусты эләктергәндәрҙең дөйөм һаны 74 174-кә етте.

Стационарҙарҙа 1 087 ауырыу дауалана. Уларҙың 708-е – 60 йәштән өлкәндәр. 51 пациент ауыр хәлдә, 22-һе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.

Амбулатор шарттарҙа 6 904 ауырыу дауалана. Шуларҙың 5 652-һе – 60 йәштән өлкәндәр.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәүлектә 35 кешенең ғүмере өҙөлгән. Вирус ҡорбандары 1 982-гә етте (1683-ө – 60 йәштән өлкәндәр). Тәүлек эсендә сирҙе йоҡторғандарҙың   күбеһе Өфөлә (292 осраҡ), Туймазыла (70), Октябрьскийҙа (34) теркәлгән. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!

Фото: “Башинформ”.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас