Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
13 Октябрь , 17:30

Был сикләүҙәр оҙаҡҡамы?

Табиптарҙың төп маҡсаты – сирҙе йоҡтороу сылбырын өҙөү.

Был сикләүҙәр оҙаҡҡамы?

Республикала яңы коронавирус сикләүҙәренең икенсе өлөшө көсөнә инде.  Ошо хаҡта ҡыҫҡаса аңлатма бирәбеҙ.

12 октябрҙән сауҙа үҙәктәренә, музей, китапхана, театр, кино, концерт залдарына барғанда, ҡала-ара автобустарға ултырғанда ошо өс документтың ҡайһыһын булһа ла күрһәтергә кәрәк буласаҡ:

коронавирустан вакцина яһатыу тураһында сертификат;

һуңғы алты ай эсендә сирҙе кисереүегеҙ тураһында белешмә;

срогы өс көндән дә артмаған ПЦР-тестың кире һөҙөмтәһе тураһында белешмә, был пункт 27 октябргә тиклем генә иҫәпкә алына.

18 октябрҙән был исемлеккә матурлыҡ, косметика салондары, СПА һәм массаж салондары, солярий, мунса, сауна, бассейн, фитнес-клуб һәм ултыртыу урындары 50-нән ашҡан туҡланыу биналары өҫтәлә. Бынан тыш, табиптарҙың үтенесе буйынса вакцина яһатмаған 65 йәштән өлкәндәр өсөн мотлаҡ ҡурсаланыу рәүеше индерелде.

Табиптарҙың  төп маҡсаты – сир йоҡтороу сылбырын өҙөү. Йәғни бөгөн ауырыған кешеләр һауыҡҡандан һуң башҡаларға вирусты йоҡтормаһын  өсөн. Теүәл срогы юҡ.  Ике аҙнаның етеүе лә ихтимал, яңы йылға, хатта яҙға тиклем һуҙылыуы мөмкин. Хәлгә ҡарап, ҡағиҙәләрҙе лә үҙгәртәсәктәр.  

Әлегә эпидемиологик хәл ауыр, хатта тар белгестәрҙе коронавирусты дауалаған бүлексәләргә күсереү бара. Бер ни ҙә эшләп булмай, мөрәжәғәттәр ике тапҡырға артты, балалар ауырый. Табиптар шуны асыҡ әйтә ала: коллектив иммунитетҡа өлгәшеү менән хәл еңеләйәсәк. Кәм тигәндә халыҡтың 60 проценты прививка яһатырға тейеш.

Фото:"Башинформ".

Автор:Дина Арсланова