Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
13 Октябрь , 21:30

Магазиндарға нисек йөрөргә, штрафҡа нисек юлыҡмаҫҡа?

Ҡағиҙәләр үтәлешен кем контролдә тотасаҡ?

Магазиндарға нисек йөрөргә, штрафҡа нисек юлыҡмаҫҡа?

Вакцина яһатҡан икәнһегеҙ, һеҙҙең өсөн бер ни ҙә үҙгәрмәй.

Прививка эшләтеү тураһында сертификатығыҙҙы ҡағыҙға баҫтырығыҙ йәки телефонда һаҡлағыҙ һәм магазинға ингәндә күрһәтегеҙ.

Сауҙа үҙәгендә урынлашҡан Күп функциялы үҙәккә йәки дарыуханаға барғанда сертификатығыҙ булмаһа, һеҙҙе индермәйәсәктәр. Айырым инеү урыны булдырылған Күп функциялы үҙәккә барығыҙ. Ғөмүмән, айырым урынлашҡан магазиндарҙа һеҙҙән бер документ та талап итмәйәсәктәр, был сауҙа үҙәктәренә генә ҡағыла.

Сауҙа үҙәгендә урынлашҡан вакцина яһатыу пункттарына индерәсәктәр, сөнки уларҙың айырым инеү урындары бар. “Планета”ла айырым инеү-сығыу урыны булдырылған, “Башҡортостан” саүҙа үҙәге яңы мөмкинлек эҙләй, моғайын, пунктты беренсе ҡатҡа күсерерҙәр. Ә “Торатау” сауҙа үҙәге түгел, тимәк, сикләүҙәр уға ҡағылмай. Поликлиникалағы прививка пункттары сәғәт иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй.

Ҡағиҙәләр үтәлешен кем контролләр икән? Уларҙы ойошмаларҙың хеҙмәткәрҙәре тикшерәсәк. Ә “Роспотребнадзор”, полиция һәм чиновниктар даими рәүештә рейдтар үткәрәсәк, тәртип боҙғандарға штраф һаласаҡ. Һәр ведомствола тиерлек административ протоколдар төҙөү хоҡуғына эйә хеҙмәткәрҙәр бар, тап улар ошо эш менән шөғөлләнәсәк. ”Административ-хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодекс”тың 20.6.1-се статьяһына ярашлы, штрафтар күләме граждандар өсөн 30 мең һумға, предприятиелар өсөн 300 мең һумға тиклем етеүе мөмкин. “Роспотребнадзор” биш төнгө клубты тикшергәндән һуң әллә күпме тәртип боҙоуҙы асыҡлаған, материалдар судҡа китәсәк.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова