Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
13 Октябрь , 22:00

Рейдтар ысынбарлыҡты күрһәтә

"Айырыуса өлкәндәр ризаһыҙлыҡ белдерә". Республика райондарында рейдтар мәлендә ниндәй хәлдәр теркәлгән?

Рейдтар ысынбарлыҡты күрһәтә

Республикала 12 октябрҙән коронавирус инфекцияһына ҡаршы яңы талаптар үҙ көсөнә инде. Ҡала һәм райондарҙа ҡәтғи ҡағиҙәләр нисек үтәлә? Матбуғат хеҙмәткәрҙәре талаптарҙың үтәлешен үҙ күҙҙәре менән күрҙе, хәлде баһаланы.

Белорет ҡалаһында “8 Март” сауҙа үҙәгенең өс инеү урынында торған администраторҙар һәм ковид-инспекторҙар һатып алыусыларҙың һәр береһенең документтарын тикшерә. Кемдер ауырығанын һүҙҙә раҫларға, “Дәүләт хеҙмәттәре” порталынан сертификатты күсереп алырға өлгөрмәүенә һылтана. Әммә уларҙың береһен дә индермәгәндәр. “Белорецкий рабочий” гәзите яҙыуынса, һатып алыусыларҙың өстән бер өлөшөнөң генә документтары тәртиптә булған. Ингәндәрҙең барыһы ла битлек режимын һаҡлаған. Ҡала баҙарында контроль яҡшы ойошторолған булһа ла, закон талаптарын һанға һуҡмаҫҡа тырышҡандар менән йәш хеҙмәткәрҙәргә көрәшеүе ауырға тура килгән.

Мишкәлә журналистар менән бергә район хакимиәте башлығы Павел Трапезников та сыҡҡан. Мәҙәниәт йорто инспекторы ҡаушап ҡалмаған, барыһынан да документтар талап иткән, температураларын үлсәгән. “Дружба” гәзите  2-се мәктәптә һәм 1-се лицейҙа ҡайһы бер ҡағиҙәләрҙең үтәлмәүен асыҡлаған.

Баҡалы районында комиссия ағзалары сауҙа үҙәктәренә кешеләрҙе индереү системаһына иғтибарҙы йүнәлткән. Килгәндәрҙең яртыһында тейешле документтарҙың барлығы асыҡланған. Ҡалғандары кире китергә мәжбүр булған. Халыҡ яңы талаптарға әҙер булмай сыҡҡан, айырыуса өлкәндәр ризаһыҙлыҡ белдерә, тип яҙа “Бакалинские зори”.

Башҡа райондарҙа ла рейдтар үтте, ҡайҙалыр ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә тырышһалар, ҡайҙалыр яңы тәртипте һанға һуҡмау осраҡтары күҙәтелде.

Фото: “Туймазинский вестник”.

Автор:Дина Арсланова