Сәләмәт булайыҡ
14 Октябрь 2021, 17:00

"Хәл үтә етди. Әйҙәгеҙ, сабырлыҡ күрһәтәйек..."

Арҙаҡлы композитор Рим Хәсәнов нимәгә әйҙәй?

"Хәл үтә етди. Әйҙәгеҙ, сабырлыҡ күрһәтәйек...""Хәл үтә етди. Әйҙәгеҙ, сабырлыҡ күрһәтәйек..."
"Хәл үтә етди. Әйҙәгеҙ, сабырлыҡ күрһәтәйек..."

13 октябрҙән Башҡортостанда 65 йәштән өлкәндәр өсөн үҙ-үҙеңде изоляциялау тәртибе булдырылды.

Республика Башлығы Радий Хәбиров юғары әҙерлек режимы тураһындағы указға үҙгәрештәр индерҙе. Ҡағиҙәгә ярашлы, оло йәштәгеләр магазинға, банкка, бәйләнеш салонына йәки дауаханаға, шул иҫәптән коронавирус инфекцияһына ҡаршы прививка эшләткәндә өйөнән сыға ала. Бынан тыш, улар баҡсаға, дачаға, зыяратҡа барыу мөмкинлегенә эйә. Тик бының өсөн ваҡыт билдәләнгән: иртәнге 11-ҙән төшкө 13.00 сәғәткә тиклем. Башҡа ваҡытта оло йәштәгеләргә өйҙә ултырырға тура килә. Әммә был сикләүҙәр коронавирус инфекцияһына ҡаршы прививка эшләткәндәргә һәм кәмендә ярты йыл элек ковид менән сирләгәндәргә ҡағылмай.

“Башҡортостан” гәзите алдараҡ хәбәр итеүенсә, өлкән йәштәгеләр өсөн изоляция кәрәклеге тураһында төбәктәге ковид-госпиталдәрҙең баш табиптары асыҡ хат менән республика Башлығына мөрәжәғәт иткәйне. Улар билдәләүенсә, тап ошо категорияға ҡараған граждандар сирҙе ауырыраҡ үткәрә, күберәк вафат була.

Был иҫкәртеү саралары тураһында үҙ фекерен билдәле композитор, Башҡортостандың халыҡ артисы Рим Хәсәнов “Ufaved.info” ҡала электрон баҫмаһына белдергән.

"Хәл үтә етди. Шуға был сараға ыңғай ҡарайым. Үҙ-үҙеңде ҡурсалау буйынса ҡарар уйлап эшләнелгән. Ул өлкән быуын кешеләренең сәләмәтлеген, ғүмерен һаҡлап алып ҡаласаҡ. Ә был – бөйөк ҡиммәт, сөнки күп нәмәне эшләп ҡалырға кәрәк. Әйҙәгеҙ, сабырлыҡ күрһәтәйек - имен булырбыҙ. Ветерандарҙы һаҡларға кәрәк. Бер генә кире яғын күрәм: саф һауала йөрөү һәм магазинға, дарыуханаға, башҡа эштәр буйынса барыу өсөн ике сәғәт миңә аҙыраҡ кеүек. Өс сәғәт тә биреп булыр ине. Өлкән быуын вәкилдәренең күбеһе әүҙем, эштәре, мәшәҡәттәре күп", - тине Рим Хәсәнов.

Фото: ufaved.info

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас