Сәләмәт булайыҡ
14 Октябрь 2021, 11:20

Оператив штаб ултырышында нимә тураһында һөйләштеләр?

Төбәк етәксеһе ҡушыуы буйынса муниципалитеттарҙа йәнә ирекмәндәр штабтары асыласаҡ, улар табиптарға һәм өй шарттарында дауаланған кешеләргә ярҙам итәсәк.

Оператив штаб ултырышында нимә тураһында һөйләштеләр?Оператив штаб ултырышында нимә тураһында һөйләштеләр?
Оператив штаб ултырышында нимә тураһында һөйләштеләр?

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәк биләмәһендә коронавирус инфекцияһы таралыуға юл ҡуймау буйынса оператив штаб ултырышы үткәрҙе. Көн тәртибендә – ковидҡа ҡаршы вакцинациялау темптарын арттырыу, вакцинация үтмәгән кешеләр өсөн сикләү сараларын үтәүҙе контролдә тотоуҙы көсәйтеү.

Вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, һуңғы көндәрҙә вакцинация күләме бермә-бер арта башлаған. Республикала прививка һалдырыу өсөн 145 пункт эшләй. Өфөлә мобиль пункттар “Торатау” конгресс-холында, “Башҡортостан” лайфстайл-үҙәгендә, “Планета” сауҙа үҙәгендә эшләй. Шулай уҡ йәшәгән урын буйынса поликлиникала ла быны эшләргә була.

– Кешеләр әүҙем рәүештә прививка һалдыра башланы. Аҙналыҡ үҫеш кимәле 37 процент тәшкил итте. Үткән тәүлектә 29422 кеше прививка яһатҡан, уларҙың 20081-е – беренсе компонентты. Бөтәһе прививканың беренсе компонентын 1347700 кеше ҡаҙатҡан, вакцинацияны тулыһынса 1238126 кеше тамамлаған, – тине Максим Забелин. – Шул уҡ ваҡытта сирләү кимәле лә арта. 14 октябргә ҡарата Башҡортостанда был сирҙе 74826 кеше йоҡторған, тәүлек эсендә 652 осраҡ асыҡланған, 36 кеше үлгән. Дауаханаларҙа 8105 урын әҙерләнгән, уларҙың ике меңе - һуңғы ике аҙнала. Буш урындар һаны 10 процент тәшкил итә. Сиктәш райондарҙа – республиканың көньяғында, көнбайышында һәм төньяғында сирлеләрҙең артыуы хәүефкә һала.

– Прививка эшләтә башлаған кешеләрҙең һаны артыуы беҙҙең саралар тәьҫирле тигәнде аңлата. Был йүнәлештә эште көсәйтеүҙе дауам итәбеҙ. Тик шулай иткәндә генә коллектив иммунитетҡа өлгәшеп буласаҡ, – тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы муниципалитет башлыҡтарына санитар хеҙмәттәр һәм хоҡуҡ һаҡсылары менән берлектәге рейдтарҙы көсәйтергә ҡушты.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 4 октябрҙән дәүләт йәки муниципаль музейҙарға, күргәҙмә залдарына, театрҙарға, китапханаларға, кинотеатрҙарға, концерт залдарына, мәҙәниәт йорттарына, шулай уҡ күләмле физкультура һәм спорт сараларына инеү өсөн вакцина яһатыу тураһында сертификат йә һуңғы алты ай эсендә коронавирус кисереүҙе раҫлаған белешмә булыуы шарт. Шулай уҡ элек ҡабул ителгән талап төнгө клубтарға ла ҡағыла.

12 октябрҙән ошондай уҡ документтарҙы сауҙа үҙәктәренә, шәхси милектәге музейҙарға, күргәҙмә залдарына, китапханаларға, театрҙарға, кинотеатрҙарға, концерт залдарына, мәҙәниәт йорттарына ингәндә, шулай уҡ ҡала-ара автобустарҙа, “Орлан” ҡала яны поезында күрһәтергә тура киләсәк. 27 октябргә тиклем кире һөҙөмтәле ПЦР-тестар ғәмәлдә буласаҡ.

– 27 октябрҙән һуң бындай белешмәләр тик дауалау учреждениеларында, пациенттарҙы дауаханаға һалған саҡта ғына ғәмәлдә буласаҡ. Башҡа учреждениеларҙа улар ҡабул ителмәйәсәк. 18 октябрҙән сикләүҙәрҙең өсөнсө пакеты ғәмәлгә инәсәк, – тине Радий Хәбиров. – Бынан тыш, 13 октябрҙән алып вакцинация үтмәгән 65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирҙәре булғандар өсөн ҡурсаланыу тәртибе индерҙек.

Төбәк етәксеһе ҡушыуы буйынса муниципалитеттарҙа йәнә ирекмәндәр штабтары асыласаҡ, улар табиптарға һәм өй шарттарында дауаланған кешеләргә ярҙам итәсәк.

– Бөгөн беҙҙә ковидҡа ҡаршы вакцина яһатҡан  1800 ирекмән эшкә тотона. Аҙна аҙағына тиклем уларҙың һаны 3 меңгә етәсәк, ә һуңғараҡ дөйөм һанды 5 меңгә тиклем еткерәсәкбеҙ, – тине “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров. – Тәү сиратта ирекмәндәр 65 йәштән өлкәндәргә ярҙам итәсәк. Был өйҙәренә аҙыҡ-түлек килтереп биреү, амбулатор сирлеләр өсөн дарыу килтереү, автомобилдә вакцина яһарға теләгән кешеләрҙе урынға алып барыу.

“Беҙҙең хәстәр” үҙәге ирекмәндәре ҡурсаланыуҙа булған һәр кемгә ярҙам итергә әҙер. Уларға 8-800-201-89-03 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә була.

Шулай уҡ Башҡортостандың Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге лә эшмәкәрлеген дауам итә. Көн һайын иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем кешеләр (347) 218-19-19 телефоны буйынса "ҡыҙыу бәйләнеш"кә шылтырата һәм һорауҙар бирә ала. Унда тест һөҙөмтәһен белеү, коронавирустан вакцинациялауға яҙылыу, өйҙә амбулатор дауа алыуҙы ойоштороу өсөн консультация алыу һәм башҡа һорауҙар менән мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас