Сәләмәт булайыҡ
14 Октябрь 2021, 13:30

Рейдтар даими үткәреләсәк

Ҡайһы бер ойошмаларҙа битлек режимы үтәлмәүе, социаль дистанция һаҡланмауы, йоғошһоҙландырыу сараларын теркәү журналы булмауы асыҡланған.

Рейдтар даими үткәреләсәкРейдтар даими үткәреләсәк
Рейдтар даими үткәреләсәк

Республиканың бөтә район һәм ҡалаларында Башҡортостан Башлығының юғары әҙерлек тураһындағы указына индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы ковидҡа ҡаршы сикләүҙәрҙең үтәлешен тикшереү буйынса рейдтар бара.

Баш ҡаланың сауҙа үҙәктәренә инеү урындарында эш айырыуса ҡыҙыу: һатып алыусыларҙың документтары – вакцина яһатыу йәки һуңғы алты айҙа сирҙе үткәреү тураһында белешмәләр булыуы ҡарала. 27 октябргә тиклем ПЦР-тестың кире һөҙөмтәһе тураһында белешмә менән дә инергә мөмкин.

Контроль төркөмөнә Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге, ҡала-райондар хакимиәттәре, Өфөнөң Ҡулланыусылар баҙары, туризм һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау  идаралыҡтары, Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы вәкилдәре инә. Рейд барышында ойошмаларҙың яуаплы хеҙмәткәрҙәренә бөтә сикләү саралары, уларҙың сроктары тураһында белешмә бирелә. Граждандар менән эпидемиологик талаптарҙы үтәүгә бәйле иҫкәртеү әңгәмәләре уҙғарыла. Ҡайһы бер ойошмаларҙа битлек режимы үтәлмәүе, социаль дистанция һаҡланмауы, йоғошһоҙландырыу сараларын теркәү журналы булмауы асыҡланған. Бөтә етешһеҙлектәр буйынса акт төҙөлә һәм “Роспотребнадзор”ға тапшырыла.

Рейдтар даими үткәреләсәк. Муниципалитет өфөләрҙән сикләүҙәрҙе күҙәтеүен үтенә. Әлеге мәлдә бары вакцина ғына сирҙе йоҡтороуҙан һәм уны ҡаты үткәреүҙән һаҡлаясаҡ. Быға тиклем прививка яһатмаған булһағыҙ, мобиль пункттар һеҙҙе көтә.

Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас