

Тормош-көнкүрешебеҙгә аяуһыҙ ҡанундарын индереп, кешелекте яңы шарттарҙа йәшәргә мәжбүр иткән коронавирус сигенергә уйламай. Киреһенсә, миҙгел сирҙәре менән ҡушылып, тағы ла аяуһыҙыраҡ була бара төҫлө.
Ошондай шарттарҙа әйтер һүҙе булған, һәр йәһәттән аҡыллы, айыҡ фекер йөрөткән шәхестәрҙең фекеренә ҡолаҡ һалыу һис тә зыян итмәҫ. Дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, 2003-2012 йылдарҙа Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары булып эшләгән Фидүс Әғләм улы Ямалетдиновтың да был йәһәттән үҙ фекере, үҙ ҡарашы бар.
"Ғөмүмән алғанда, вакцинация бөгөн генә уйлап табылмаған. Тап прививка ярҙамында кешелек әллә күпме сирҙәрҙе еңгән. Мин инде йәш кеше түгел, 70 йәшкә яҡынлайым. Әлбиттә, үҙемдең һәм яҡындарымдың һаулығы, именлеге өсөн борсолам. Әгәр сәләмәтлек йәһәтенән ниндәйҙер ҡаршы килеүҙәр, мәҫәлән, аллергия юҡ икән, вакцина эшләтергә кәрәк. Бының менән үҙебеҙҙе генә түгел, яныбыҙҙағы кешеләрҙе – ололарҙы, йәштәрҙе, үҫмерҙәрҙе лә һаҡлайбыҙ. Шулай ҙа тәү сиратта өлкән йәштәгеләр өлгө күрһәтергә, дөрөҫ аҙым яһарға тейеш тип уйлайым", - тине Фидүс Әғләм улы.
Фото: journalufa.com