

13 октябрҙән республикала граждандарҙың ҡайһы бер категориялары өсөн коронавирустан мотлаҡ вакцина яһатыу индерелде. Ҡарарға республиканың баш санитар табибы ҡул ҡуйҙы.
Яңы ҡарар эпидемиологик хәлде йомшарта алырмы? Эш биреүселәрҙең намыҫына ла күп нимә бәйләнгән.
Был хаҡта “ҡыҙыл зона”ла эшләгән табиптар нимә уйлай? Өфөнөң 18-се дауаханаһы баш табибы Айрат Рәхмәтуллин әйтеүенсә, ошондай ҡәтғи аҙымдарҙан тыш, вирустың таралыуына кәртә ҡуйып булмай.
“Әлеге ваҡытта дауаханала коронавирус менән сирләгәндәр өсөн госпиталь йәйелдерелгән. Патологиялар хәүефле – инфаркттар, инсульттар, операцияларҙан һуң өҙлөгөүҙәр... Пациенттар коридорҙа ята. Ауырыуҙар көн дә килеп тора. 67 проценты - 65 йәштән өлкәндәр. Патологиялы ауырыуҙарҙы дауалауы айырыуса ауыр.
Хәҙерге шарттарҙа берҙән-бер һаҡланыу сараһы – вакцина яһатыу һәм үҙ изоляцияла ултырыу. Өйҙә өлкән кеше бар икән, мотлаҡ вакцина яһатырға кәрәк. Ауыр хәлдән сығыу өсөн йәмғиәттең берҙәмлеге мөһим. Табиптар арыны, уларға ярҙам итегеҙ, прививка яһатығыҙ.”
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.