Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
15 Октябрь 2021, 16:30

662 кеше сирҙе йоҡторған

Әле стационарҙарҙа –1 112, амбулатор шарттарҙа 6 645 пациент дауалана.

662 кеше сирҙе йоҡторған
662 кеше сирҙе йоҡторған

Республикала коронавирус таралыуын дауам итә, һуңғы тәүлектә генә 662 кешенең сирҙе йоҡтороуы асыҡланды.  Шулай итеп, пандемия осоронда сирҙе    йоҡтороуҙың 75 488 осрағы теркәлде.  Вафат булыусылар арта, тәүлектә  35 ауырыуға табиптар ярҙам итә алмаған.  Вирус ҡорбандары һаны 2 053-кә етте.

 Һуңғы тәүлектә 812 ауырыу һауыҡҡан. Әле стационарҙарҙа –1 112, амбулатор шарттарҙа 6 645 пациент дауалана.

Вирус айырыуса Өфөлә ( тәүлек эсендә 238 осраҡ) ныҡ тарала, Салауат (63), Нефтекама (51) һәм Октябрьский (49) ҡалаларында ла  хәл хәүефле. Республикала һуңғы тәүлектә вакцинаның беренсе компонентын – 20 707 ,  икенсе компонентын 7 974 кеше яһатҡан.  Прививка кампанияһы бер аҙ йәнләнгәндәй тойола, бәлки, хәл бер аҙ тотороҡланыр тигән өмөт бар.

 Сергей Словохотов фотоһы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: