Сәләмәт булайыҡ
15 Октябрь 2021, 07:35

Ҡаҙ майының файҙаһы ҙур

golden-bee.rugolden-bee.ru
Фото:golden-bee.ru

Тиҙҙән ауыл ерендә Ҡаҙ өмәләре башлана. Түшкәләр бешер, яңы мендәрҙәр эшләнер. Ә бына ҡаҙ майының файҙалы икәнлеген күптәр белмәй йә иһә уны иретергә иренәләр. Ысынында ул – ныҡ шифалы ризыҡ.

Унда РР, Е, Д, В төркөмѳ витаминдары, бик күп файҙалы кислоталар, цинк, магний, селен һәм башҡа минералдар бар. Был май тулыһынса тәбиғи, холестерин юҡ.

Ҡаҙ майы кислотаһы организмдың һыу балансын яйға һала, майҙарҙың һәм уның аналогтарынан торған органик матдәләрҙең организмға тиҙерәк үтеп инеүен арттыра. Ә был үҙ сиратында косметик сараларҙың тән тиреһенә тиҙ һеңеүенә килтерә, яраларҙың төҙәлеүенә ярҙам итә. Ҡаҙ майы соста­вындағы селен матдәләр алмашыныуын көйләй, аҡһымдарҙы, углеводтарҙы, йодты үҙләштереүгә булышлыҡ ҡыла. Е витамины иһә иммун системаһын нығыта, коллагенды синтезлай, күҙәнәктәрҙе зарарланыуҙан һаҡлай.

Ҡаҙ майы тәбиғи дауалау продукты булып һанала. Тиҙ үҙләштерелеүе, йылытыу үҙен­сәлегенә эйә булыуы, күҙәнәктәрҙе яңыртыуы, организмдың һаҡлау көсөн арттырыуы, файҙалы матдәләрҙең тирегә тиҙерәк үтеп инеүен тәьмин итеүе арҡаһында ул халыҡ медицинаһында киң ҡулланыла, күп ауы­рыуҙарҙан яҡшы сара булып тора.

Дөрөҫ һаҡланған ҡаҙ майы ярҙамында бронхиттан ҡотолоп була. Оҙаҡҡа һуҙылған йүтәлде бөтөрөү өсөн уны ҡырғыстан үткә­релгән һуған менән бутап, ашар алдынан бер аш ҡалағы ҡабул итергә. Ошо уҡ ҡат­нашманы төнгөлөккә күкрәк өлөшөнә һөртөргә лә мөмкин. Һөҙөмтәһе өс көндән үк күренәсәк.

Арҡа ауыртҡанда уны ҡаҙ майы менән мунсала ышҡыу ярҙам итә. Процедуранан һуң йылы урында төрөнөп ятырға кәрәк. Бер нисә сеанстан ревматизм үтергә тейеш.

Мускулдарҙағы ауыртыуҙар борсомаһын өсөн тәнгә май, бал һәм спирт төнәтмәһе менән массаж яһайҙар.

Быуындар һыҙлағанда ҡырғыстан үткә­релгән керән тамыры, картуф һәм ҡаҙ майына (тигеҙ күләмдә алына) бер сәй ҡалағы бал ҡушып, ауыртҡан урынға һөртөргә һәм ике сәғәт тоторға. Дауалау курсы – 7-10 көн.

Шулай уҡ ҡаҙ майын оҫта хужабикәләр бешеренеү өсөн дә ҡуллана. Бәлеш, сөсө ҡамыр баҫҡанда, уны ҡалаҡ осо менән генә һалып ебәреү ҙә ҡамырҙы йомшарта. Бөйөрөк бешергән шыйыҡ майға ла аҙ ғына уны ҡушыу зыян итмәҫ.

Ҡаҙ майын дауаланыу сараһы итеп ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшлә­шергә онотмағыҙ, был дауаның барыһына ла килешмәүен хәтерҙән сығармағыҙ.

 

- Кәримә УСМАНОВА.

Читайте нас