Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
15 Октябрь 2021, 21:00

Белгород өлкәһе вәкилдәре тәжрибә уртаҡлаша

Улар Башҡортостанда төҙөлгән яңы клиник-диагностика үҙәге өлгөһөндә үҙҙәрендә бер нисә дауахана төҙөргә планлаштыра.

Белгород өлкәһе вәкилдәре тәжрибә уртаҡлаша
Белгород өлкәһе вәкилдәре тәжрибә уртаҡлаша

Белгород өлкәһе Башҡортостанда төҙөлгән яңы клиник-диагностика үҙәге өлгөһөндә үҙҙәрендә бер нисә дауахана төҙөргә планлаштыра.

Махсус медицина учреждениелары төҙөүҙә тәжрибә уртаҡлашыу өсөн республикаға Белгород өлкәһе губернаторы урынбаҫары – төҙөлөш һәм транспорт департаменты начальнигы Владимир Базаров килде. Эшлекле осрашыуҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов үткәрҙе.

"Бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә республика етәкселеге Өфө районының Зубов ауылында һәм Стәрлетамаҡта яңы заманса үҙәктәр төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итте. Беҙгә сир күтәрелгән осорҙа бер нисә йөҙ кешене дауаханала дауалау өсөн тиҙ арала өҫтәмә мөмкинлектәр булдырырға  кәрәк ине. Яңы үҙәктәр заманса махсус ҡорамалдар менән йыһазландырылған күп профилле медицина учреждениеларына әүерелде. Ә беҙ медицина рәүешендәге ҡатмарлы проблемаларҙы хәл итеүҙә ҙур тәжрибә тупланыҡ. Ваҡыттың күрһәтеүенсә, яңы медицина учреждениеларын төҙөү буйынса ҡабул ителгән ҡарарҙар ваҡытлы һәм дөрөҫ булды", – тине Рөстәм Моратов.

Белгород вәкилдәре өсөн йоғошло ауырыуҙар госпитале, шулай уҡ “ҡыҙыл зона” буйынса экскурсия үткәрелде. Улар бөтә бүлексәләрҙә булды, реанимацияны, дарыухананы, диагностика кабинеттарын, лабораторияны ҡараны, эш шарттары менән танышты. Диагностик препараттарҙың һаҡланыуы, лаборатория һауыттарын стерилләү һәм башҡа махсус биналар ҡунаҡтарҙа ҡыҙыҡһыныу уятты.

"Зубов ауылындағы йоғошло ауырыуҙар үҙәгендә тәжрибәле медицина персоналы эшләй, ул ҡорамалдар, дарыуҙар менән йыһазландырылған, пациенттар иғтибар һәм тәрбиә менән солғанған. Үҙәкте 2020 йылдың май аҙағында астыҡ, шул ваҡыт эсендә 13 меңдән ашыу пациент һауығып сыҡты. Тап ошо госпиталь арҡаһында меңәрләгән ғүмер ҡотҡарылды", – тине һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин. Ошоға оҡшаш госпиталдәрҙең 15 төбәктә төҙөлгәнен дә әйтте.

Владимир Базаров Башҡортостанда йоғошло ауырыуҙар үҙәктәренең профессиональ кимәлдә һәм уңайлы һалынғанын билдәләне, госпиталь төҙөлөшө тәжрибәһен үҙҙәрендә ҡулланырға, республика подрядсыларын, төҙөлөш материалдары менән тәьмин итеүселәрҙе йәлеп итергә ниәтләүҙәрен белдерҙе.

"Беҙ Башҡортостанға тәжрибә уртаҡлашыу өсөн генә килмәнек, объектты Белгород өлкәһенә клонлаштырыу ниәтебеҙ ҙә бар. Бөгөн беҙгә кәм тигәндә ошондай ике госпиталь кәрәк. Хәҙер республика подрядсылары һәм ташыусылар менән һөйләшеү алып барабыҙ. Уларҙы эшкә нығыраҡ йәлеп итергә уйлайбыҙ, сөнки процесты нисек тәьҫирле, тиҙ һәм сифатлы ойошторорға беләләр", – тине Владимир Базаров.

Киләһе аҙнала уҡ Белгород өлкәһендә объекттарҙы төҙөү этаптары ентекле тикшереләсәк.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53053 

 

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: