Сәләмәт булайыҡ
15 Октябрь 2021, 05:30

Бер талап та үтәлмәгән...

Эшҡыуарҙарға, бина хужаһына ҡарата протоколдар төҙөлгән, документтар  судҡа ебәреләсәк. 

Бер талап та  үтәлмәгән...Бер талап та  үтәлмәгән...
Бер талап та үтәлмәгән...

Ишембайҙағы “Палуба” сауҙа үҙәгендә сираттағы рейд үткәрелде.  Комиссия ағзалары Башҡортостан Башлығы Указындағы яңы талаптар үтәлешен тикшерҙе. Ғәжәп хәл, коронавирус инфекцияһы таралыуына ҡаршы сараларҙы үтәү тураһындағы ҡағиҙәләрҙең береһе лә  һанға һуғылмауы асыҡланған.  Сауҙа үҙәгенә инеү урынында контроль юҡ,  белешмәләр тикшерелмәй, термометрия үткәрелмәй, кешеләр битлекһеҙ йөрөй.

 Санитария талаптары буйынса, һәр 2-3 сәғәт һайын махсус средстволар ярҙамында  предметтар  өҫтө  эшкәртелергә тейеш. Иретмә әҙерләй торған бина махсус ҡорамалдар менән тәьмин ителергә,  һәр бүлектә  йоғошһоҙландырыусы һауа рециркуляторҙары  булырға тейеш. Сауҙа үҙәгендәге эшҡыуарҙарҙың береһе лә талаптарҙың ни өсөн үтәлмәүен аңлата алмаған.

Эшҡыуарҙарға, бина хужаһына ҡарата протоколдар төҙөлгән, улар судҡа ебәреләсәк.  Суд ҡарары буйынса, сауҙа үҙәге эшмәкәрлеге туҡтатылыуы ихтимал. Ә хеҙмәткәрҙәргә штраф һалынасаҡ.  Санитар талаптарҙы  боҙған  граждандар өсөн штраф күләме– 15-40 мең һум,  вазифалы кешеләргә – 50-100 мең,  юридик берәмектәргә –100-300 мең һум.

Фото: Ишембай районы хакимиәте.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас