Сәләмәт булайыҡ
15 Октябрь 2021, 04:33

Был талаптар – беҙҙең файҙаға!

Сауҙа үҙәктәрендә санитар-эпидемиологик талаптар көсәйтелде.

Айрат Нурмөхәмәтов.Айрат Нурмөхәмәтов.
Фото:Айрат Нурмөхәмәтов.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, Өфөләге сауҙа үҙәктәре лә санитар-эпидемиологик талаптарҙы көсәйтте. Баш ҡаланың төньяғындағы “Меркурий” сауҙа үҙәгендә, мәҫәлән, беҙ ошо талаптарҙың ҡәтғи күҙәтелеүенә шаһит булдыҡ.

Сауҙа йортона төп инеү урынында уҡ ҡулына температура үлсәгес тотҡан һәм тейешле кейемдәге һаҡсы һатып алыусыны туҡтата – битлеге һәм бирсәткәләре бармы? Шунда уҡ температураһын үлсәй һала һәм вакцина эшләтеүгә сертификатын күрһәтеүҙе һорай. Ҡайһы берәүҙәр әйткәс кенә кеҫәһенән битлеген килтереп сығара, ә сертификаты булмағандарҙы һаҡсы кире борорға мәжбүр.

– Ни эшләйһең, миңә лә күңелле түгел килгән кешеләрҙе кире бороуы, әммә хәүефһеҙлек барыһынан да мөһимерәк, коронавирус менән сирләгәндәр һанының ҡырҡа артыуын уҡып торабыҙ бит, – ти һаҡсы.

Беҙ “Меркурий”ҙа республика­ның Сауҙа һәм хеҙмәтләндереү министрлығы, Өфөнөң ошо сауҙа үҙәге урынлашҡан Орджоникидзе районы хакимиәте вәкилдәрен дә осраттыҡ, улар талаптарҙың нисек үтәлешен тикшереп йөрөй икән. Һатыусылар һәм кибет хужалары барыһы тип әйтерлек битлек кейгән, бирсәткәләре һәм ҡулға һиптерергә спрей ҙа бар. Был талаптарҙы күҙәтмәгәндәр һирәк, патрулдә йөрөгәндәр иҫкәртеү яһау менән, улары ла битлек кейә һала.

Ә бына сауҙа үҙәгенә килгән һатып алыусылар араһында төрлөләре осрай: өндәшмәй генә температураһын үлсәтергә ҡулын һуҙғандары ла, сертификатын күрһәтеү өсөн тиҙ генә телефондағы “Дәүләт хеҙмәте” сайтын асҡандары ла һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әрләшеп һәм мыҫҡыллау ташлап, кире боролғандары ла аҙ түгел. Һаҡсыларға бындай осраҡта ҙур түҙемлелек һәм өлгөргәнлек кәрәк, әлбиттә.

– Миндә эшләгәндәр Рәсәй граждандары түгел, улар бушлай прививка яһата алмай, ләкин беҙ вакцинаны түләп эшләтергә лә риза, тик хеҙмәткәрҙәремде кире бороп ҡайтаралар. Был талаптарҙың кәрәкле икәнен аңлайбыҙ, тик беҙгә ни эшләргә? – “Меркурий” үҙәгендәге бер кафе хужаһы Додо Аҡбаров Сауҙа һәм хеҙмәтләндереү вәкиле Александр Левшинға шулай тип мөрәжәғәт итте. Тегеһе мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙам итәсәген әйтте. Һөйләшеү барышында асыҡланыуынса, мигранттар өсөн Миграция хеҙмәтенең Өфөләге күп функциялы үҙәгендә түләүле прививка яһау эше күптәнән бара, тик ҡайһы берәүҙәр белмәй, күрәһең.

Эйе, сауҙа үҙәктәре санитар-эпидемиологик талаптарҙы көсәйтте. Әммә бөтә ерҙә лә уларҙы үтәргә ашыҡмайҙармы, өлгөрмәйҙәрме... Өфөләге “Тирәктәр” сауҙа йортонда булғандан һуң шундай фекер ҡалды.

Бынан алда ғына “Меркурий” сауҙа үҙәгендә булып һәм ундағы тәртипкә һоҡланып сыҡһаҡ, “Тирәктәр” сауҙа йортонда хәлдең киреһе көтә ине: ишектән ингәндә бер кем дә туҡтатмай, ҡайһы бер инеү урындарында һаҡсылар бөтөнләй юҡ. Республика Башлығының Указы “Меркурий”ҙа һәр урында эленеп торһа, бында бер ҡайҙа ла күҙгә салынмай. Битлек кеймәй йөрөгәндәр ҙә байтаҡ.

– Һаҡсылар һәр ингән кешене туҡтатырға ҡыймай. Бик теләмәй ҙә, ахырыһы, сөнки был – мәшәҡәтле һәм түҙемлелек талап иткән эш. Етмәһә, беҙҙең “АвтоВАЗ” биҫтәһенең элек-электән эскеселәр һәм тәртип боҙғандар күп тигән даны таралған, әле лә сауҙа йортона ингәндә һаҡсыларға йоҙроҡ менән янаусылар етерлек. Һәр кемгә ҡарата көс ҡулланыу һәм сауҙа йортонан ҡыуып сығарыу – ауыр бурыс. Бигерәк тә әбей-бабайҙарҙы күҙ уңында тотоп әйтәм, ни өсөндөр нигеҙҙә оло йәштәгеләр ризаһыҙлыҡ күрһәтә, әрләшә. Мин бер тапҡыр һөйләшеп, аңлатып сыҡтым инде беҙҙең һаҡсыларға, инструктаж да талап ителгән кимәлдә үткәрелде. Әлбиттә, талапты көсәйтербеҙ, – тине администратор Диана Фәтхиева. Директор Рәзиф Фәтхлисламов, Орджоникидзе район хакимиәтенән алдан иҫкәртеүҙәренә ҡарамаҫтан, эш урынында юҡ ине.

Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәтләндереү министрлығы вәкиле Александр Левшин был юлы телдән иҫкәртеү менән сикләнәсәктәре, әгәр ҙә ҡуйылған талаптарҙың үтәлмәүе тағы асыҡланһа, административ штраф һалырға мәжбүр буласаҡтары тураһында белдерҙе. Ә ундай осраҡта идарасы компанияға 50 мең һумдан алып 100 мең һумға саҡлы штраф түләргә тура киләсәк. “Тимәк, эште йә ҡуйылған талаптарға ярашлы ойошто­раһығыҙ, юҡ икән – “Тирәктәр” сауҙа йортон ябырға тура киләсәк”, – тине ул.

Уның әйтеүенсә, бындай талаптар республиканың барлыҡ сауҙа үҙәктәре алдына ҡуйылған, тикшереү ҙә бөтә республика буйынса бара. Әгәр ҙә һаҡсылар яңы бурыстарҙы үтәргә ҡыйынһына икән, тимәк, хеҙмәт килешеүенә үҙгәрештәр индерергә кәрәк: улар телеметрия үткәрергә, белешмә талап итергә һәм башҡа талаптарҙы үтәргә тейеш.

– Башҡаса юл юҡ: хәлдең ҡырҡыулығы киҫкен саралар күреүҙе талап итә. Әгәр ҙә хәл контролдән ысҡыныу менән янай икән, барлыҡ сауҙа үҙәктәрен ябып тороу тураһында ла ҡарар ҡабул ителер, моғайын, – ти Александр Левшин. – Бөгөнгө кеүек тикшереүҙәр даими булып торасаҡ.

 

- Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.

Читайте нас