Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
15 Октябрь 2021, 13:00

Эш биреүсене яуаплылыҡҡа тарттырыуҙары ихтимал...

Етәкселәр хеҙмәткәрҙәр вакцинаның тәүге компонентын 18 ноябргә тиклем алһын, ә икенсеһен 18 декабргә тиклем ҡаҙатып өлгөрһөн өсөн бөтә шарттарҙы тыуҙырырға тейеш 

Эш биреүсене яуаплылыҡҡа тарттырыуҙары ихтимал...
Эш биреүсене яуаплылыҡҡа тарттырыуҙары ихтимал...

Башҡортостанда  вакцина яһатыуҙан баш тартҡан граждандар өсөн эш биреүселәрҙе яуаплылыҡҡа тарттырыуҙары ихтимал. Был хаҡта “Роспотребнадзор” идаралығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Коронавирусҡа ҡаршы иммунизацияны тәьмин итеү бурысы ойошма етәкселәре өҫтөнә һалынған. Улар хеҙмәткәрҙәр вакцинаның тәүге компонентын 18 ноябргә тиклем алһын, ә икенсеһен 18 декабргә тиклем ҡаҙатып өлгөрһөн өсөн бөтә шарттарҙы тыуҙырырға тейеш.  Прививкаланмаған хеҙмәткәрҙәрҙең хеҙмәт хаҡы түләнмәйенсә эштән бушатылыуы мөмкин.  “Роспотребнадзор” талаптары үтәлмәгән осраҡта эш биреүселәрҙе административ яуаплылыҡҡа тарттырасаҡтар.

Үҙ изоляция режимын үтәмәгән граждандарҙың  да яуаплылыҡҡа тарттырылыуы ихтимал.  Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, прививка яһатығыҙ!

Фото: NewsBash

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: