Илдә, донъяла коронавирус ҡотора. Күптәр уға ҡаршы вакцина эшләтергәме-юҡмы тип икеләнә. Әлбиттә, был осраҡта төрлө юҡ хәбәрҙәргә ышанып йөрөгәнсә, белгестәр кәңәшенә ҡолаҡ һалыу дөрөҫ.
Был һорауға яуап табыу маҡсатында, Башҡортостан дәүләт медицина университетының микробиология һәм вирусология кафедраһы мөдире, медицина фәндәре докторы, профессор Марсель Марат улы Тойғоновҡа мөрәжәғәт иттек.
"Ауырымаған кешеләрҙең иммун системаһы коронавирусты таныһын өсөн, уларға вакцина яһайҙар. Прививканы ауырымаған кешеләр эшләтергә тейеш, айырыуса өлкән йәштәгеләр, бигерәк тә шәкәр сиренән яфаланғандар.
Әгәр ҙә вакцина менән вирус килеп инһә, кешенең организмы уға ҡаршылыҡ күрһәтә, көрәшә. Ә инде прививка эшләтмәгәндәр ауырыуҙы ауыр үткәрә.
Коронавирус әле генә бөтә торған сир түгел, ул үҙгәреп тора, мутацияға бирелә, шуға ла сиге күренмәй. Күмәкләп вакцина эшләтеп кенә уға ҡаршы тора аласаҡбыҙ", – тине Марсель Марат улы.
Фото: ufa.bezformata.com