Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
15 Октябрь 2021, 18:30

Тағы ла 16-сы ҡарар тураһында

"Беҙҙең коллектив 100 проценты менән вакцина яһатты, сөнки сәләмәт булырға, балалар менән эшләргә теләйбеҙ".

Тағы ла 16-сы ҡарар тураһында
Тағы ла 16-сы ҡарар тураһында

13 октябрҙә Башҡортостан буйынса Баш дәүләт санитар табибы Анна Казак коронавирустан айырым категория кешеләрен мотлаҡ прививкалау тураһында 16-сы ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Төп маҡсат – коронавирустан вакцина яһатыу тураһында үҙаллы ҡарар ҡабул итмәгән кешеләрҙе мәкерле сирҙән һаҡлау.

Йәмәғәт палатаһы ағзалары Алина Хәбирова һәм Марина Тарандың эшмәкәрлеге балалар, үҫмерҙәр менән бәйләнгән. Улар граждандарҙың айырым категориялары өсөн мотлаҡ вакцина яһатыу тураһында фекерҙәрен белдерҙе. “Прививка эшләү – бөгөн сирҙе еңеүҙә берҙән-бер юл. Әгәр вакцинация темпы күпкә тиҙерәк, ә кешеләр аңлыраҡ, яуаплыраҡ булһа, күптән был проблеманан ҡотолор инек. Вакцина яһатыу - үҙең һәм яҡындарың тураһында хәстәрлек күреү. Бында кеше хоҡуҡтарын боҙоу хаҡында һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел, ғүмерҙәрҙе ҡотҡарыу хаҡында уйларға кәрәк. Хәҙер прививкаланмағандар араһында пандемия бара, яуаплы булырға өйрәнергә кәрәк”, – ти Алина Хәбирова.

“Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр ял үҙәге директоры Марина Таран граждандарҙың айырым категорияларын мотлаҡ прививкалауҙы мөһим тип иҫәпләй. ”Улар бит һәр саҡ алғы һыҙыҡта, педагогтар балаларҙы уҡыта, полиция халыҡ араһында һәм башҡалар. Беҙҙең коллектив 100 проценты менән вакцина яһатты, сөнки сәләмәт булырға, балалар менән эшләргә теләйбеҙ”, – ти етәксе.

Валерий Шахов фотоһы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: