Сәләмәт булайыҡ
15 Октябрь 2021, 06:18

Юлдары көҙгө шикелле

Йылайыр районы юлдары үҙенсәлекле булыуы менән айырыла.

Халыҡ телендәге “Етебөгөл” ҡалҡыулығына күтәрелгәс тә, Йылайыр яҫылығына аяҡ баҫтыҡ. Әҙ генә барыуға “Йылайыр райо­ны” тигән яҙыуҙы үтәбеҙ, тимәк, беҙ – Йылайыр районы биләмәһендә. Был яҡтарҙа юлдар бүтәнсә, урман өҫкә ауып килгәндәй тойола. Боролоштарҙың, тауға күтәрелеү йәки тау төшөүҙең иҫәбе-һаны юҡ. Шуға күрә лә һәр водителдән айырыу­са иғтибарлылыҡ талап ителә...

Тура килеүен әйт әле, тап ошо мәлдә “Юлдаш” каналы хәбәрсеһе, “ә хәҙер Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлсөм Бикбулатова йырлай” тип иғлан итмәһенме! Йылайыр һандуғасы Гөлсөм Бикбулатова үҙе бит! Йырҙың да ниндәйе –“Туған юлдар” тип атала.

– Туған юлдар, туған моңдар

Саҡырып торғанғамы!

Юлға бағып әсәй күҙен

Һағынып торғанғамы! – тигән йырҙы тыңлап килә торғас, Йылайыр ауылына килеп еткәнебеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ.

Ә хәҙер “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәтенең Йылайыр юл-ремонт төҙөлөш идаралығы филиалы начальнигы Хәлит ИСҠУЖИН менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

– Хәлит Вәлиша улы, һеҙҙең идаралыҡ бөгөн ниндәй эштәр менән шөғөлләнә?

– Әле беҙ юлдарҙы хеҙмәтлән­дереү кеүек мәшәҡәттәргә сумған­быҙ. Сумғанбыҙ тип әйтеүҙән һис тә тартынмайым. Бер ҙә арттырыу түгел, юлдар көҙгө шикелле ялтырап ятһын өсөн ижтиһад һалабыҙ. Ысынлап та, эштәр иртә менән башлана һәм кисһеҙ туҡтамай. Берәй ерҙә бәләкәй соҡор ғына түгел, ә емерелгән асфальтты йәки күләүек барлыҡҡа килерлек ҡырсынташ юлды күреп ҡалыу менән, эш ҡоралдарын барлап, “тимер ат”тарҙы егеп, шунда ашы­ғабыҙ. Маҡсат – юлдарҙы тәртиптә тотоу, водителдәргә уңайлыҡтар тыуҙырыу, юл-транспорт ваҡиғаһын булдырмау. Әйткәндәй, бына яңы ғына бер бригада сменанан ҡайтты.

Ғөмүмән, эш йыл әйләнәһенә дауам итә. Мәҫәлән, иртә яҙҙан соҡор-саҡырҙы тигеҙләүгә тотона­быҙ, унан инде юл буйҙарын ҡый­ҙан таҙартабыҙ. “Сүпләмәгән ерҙә генә таҙа була”, тиҙәр. Ҡалай итә­һең, төрлө кеше осрай. Автобус туҡталыштарын тәртиптә тотоу – мөҡәддәс бурыстарыбыҙҙың бере­һе. Ул ташландыҡ урынға әйлән­мәһен! Бынан тыш йәйәүлеләр үткәүеле талаптарға тулыһынса яуап бирһен. Юл буйындағы үләнде сабыу, юлды ҡаплаған һәм асфальтҡа төшөп ятҡан ағастарҙы йәки ботаҡтарын, ҡыуаҡлыҡ­тарҙы бысыу – барыһы өсөн дә беҙ яуап бирәбеҙ.

– Оҙайлы һәм ҡарлы ҡыш миҙгелендә халыҡтан йыш мөрәжәғәттәр килә. “Беҙ, фәлән ауылы кешеләре, район үҙәгенә бара алмай инде нисәнсе көн бикләнеп ултырабыҙ” тигәнерәк ялыуҙарҙы ишеткән бар...

– Ҡышҡыһын, ысынлап та, һәр саҡ тығыҙыраҡҡа тура килә, уның ҡарауы, эште ойоштора белһәң, өҙөклөктәргә юл ҡуйылмай. Һәр ергә лә өлгөрөргә тырышабыҙ, беҙҙә был осорҙа хатта бәләкәй ауылдар ҙа иғтибар үҙәгендә. Һәр ауылға инеп сығабыҙ. Бының өсөн һәр ваҡыт ҡеүәтле техникабыҙ ярҙамға килә һәм, әлбиттә, уңғандар һынатмай. Ҡарҙы юл ситенә этеп төшөрәбеҙ, тағы ла һиптереү ысулын ҡулланабыҙ.

120 саҡрым тирәһе “Йылайыр – Кананикольск – Ҡыҙларбиргән” маршруты бар, “Йылайыр – Байғужа” – 100 саҡрымдан ашыу, ә “Йылайыр – Дмитриевка” – яҡынса 60 саҡрым.

– Тышта октябрь урталары тантана итә, тайғаҡ юлдарға ла күп ҡалманы...

– Йылайыр районындағы юл­дар­ҙың үҙенсәлекле булыуына иғтибар иткәнһегеҙҙер. Әйтәйек, беҙҙә кинәт боролоштар бихисап, өҫтәүенә, оҙайлы күтәрелеш һәм ҡапыл түбәнгә төшкән юлдар менән һирәктәр генә ярыша ала. Ошо тайғаҡ миҙгелдә юлдарға махсус ҡатнашма һибеүҙе ойошторабыҙ, юл ситтәрендәге йәшниккә ҡом тултырабыҙ.

– Йыш юл йөрөгәс, махсус кейемдәге эшселәрҙең тирләп-бешеп асфальт түшәүе, ҡырсын­таш тигеҙләүе, юл ситенә балсыҡ таратыуы, ҡыҫҡаһы, юлдарҙы рәтләүе иҫтә ҡалған. Һандар теленә күскәндә, һеҙҙең ҡарамаҡта күпме юл?

– Беҙҙең идаралыҡ өс төркөмгә бүленгән юлдарҙы хеҙмәтләндерә, ә ул 510 километрға һуҙылған. Күҙ алдына килтерәйек әле, төньяҡтан көньяҡҡа ҡарай иҫәпләгәндә, республикабыҙҙың оҙонлоғо 550 километр. Беренсенән, төбәк ҡарамағындағы 110 саҡрым асфальт юл бар, икенсенән, муниципаль-ара юл – 195 саҡрым, ҡалғаны иһә, 205 километры, райондыҡы иҫәпләнә. Беҙ – Баш­ҡортостанда территория ҙурлығы буйынса Белорет районынан ҡала икенсе урынды биләйбеҙ. Йылайыр районы аша “Магнитогорск – Ира”, “Юлдыбай – Аҡъяр – Сара” һәм “Йылайыр – Кананикольск – Собхан­ғол” автомобиль юлдары үтә.

– Йыл әйләнәһенә бер үк эшкә күмелеү ялҡытмаймы?

– Һис тә ялҡытмай, киреһенсә, хеҙмәткәрҙәр эштән ләззәт таба, унан кинәнес ала. Донъя изге кешеләр менән тулған, тибеҙ. Ҡыҙыҡ, рәхмәтте төрлөсә еткерә­ләр. Идаралыҡҡа килеп тә, ҡайҙа­лыр осратҡанда ла әйтәләр. Бынан тыш эшләп йөрөгәндә водителдәр баш бармаҡтарын күрһәтеп, ”во” тип, үҙҙәренсә ҡәнәғәт булыуҙарын белдерә. Эшеңде күрәләр, баһа­лайҙар, ошо бәхет түгелме ни?!

– Төтөнө борлағанын күрәм, хатта тауышы ла ишетелеп тора, һеҙҙең үҙегеҙҙең асфальт заводына һүҙ тейҙерерлек түгел. Сеймалды ҡайҙан алаһығыҙ?

– Район үҙәгенән 35 саҡрым алыҫлыҡта Исҡужа ауылы янында “Исҡужа карьеры” бар. Ул тулыһынса беҙҙе сеймал менән тәьмин итә лә инде. Ғалимдар иҫәпләүенсә, уның ҡомо бик күп йылдарға етәсәк әле.

– “Кадрҙар бөтәһен дә хәл итә” тигән ҡанатлы һүҙҙәргә ҡарашығыҙ нисек?

– Ысынында, кадрҙар барыһын да хәл итә. Беҙҙә һәммәһе лә уңған, бөтәһе лә сәмсел. Водителдәр Миңлебай Ишкилдин, Михаил Исаков, Александр Сударчиков, тракторсылар Хәлит Ғәббәсов, Александр Севастьянов, экскаваторсы Александр Кувшинов, ташты ваҡлаусы Һаҙый Ишкилдин, тейәүсе Владимир Исаковтарға бүтәндәр тиңләшергә тырыша, уларҙан өлгө ала.

– “Ҡеүәтле техникабыҙ менән тау аҡтарырға мөмкин” тигән фекерҙе һеҙҙән ишеттек. Ниндәй төр машина-трактор менән маҡтана алаһығыҙ?

– Һорауығыҙға яуап бирер алдынан, ҡыуаныслы хәбәр еткерәм. 2020 йылда көҙгөһөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров техника асҡыстары тапшырҙы. Шулай уҡ “Башкиравтодор” йәмғиәтенең генераль директоры Илдар Юланов ярҙамынан өҙмәй. “К-708”, автогрейдер һәм “КамАЗ” йөк машиналары өр-яңы. Водителдәрҙең һөйөнөсө сикһеҙ. Ә, дөйөм алғанда, автопаркта ун ике “КамАЗ”, биш                  “Т-150”, өс “К-700” маркалы техника, өс автогрейдер иҫәпләнә, бөтәһе 50-ләп техника бар. Киләсәктә лә автопаркты яңы техника менән тулыландырыу дауам итәсәк.

– Хәлит Вәлиша улы, бала­лары­ғыҙҙың һеҙҙең юлдан китеүен теләр инегеҙме?

– Кәләшем китапханасы Дилә Ришат ҡыҙы менән балаларыбыҙға ниндәй ҙә һөнәрҙе көсләп тағыуға ҡырҡа ҡаршы инек. Ҡыуанысыбыҙ сикһеҙ, ғәзиз кешеләребеҙҙең икеһе лә яратҡан һөнәре буйынса эшләй. Ансар улыбыҙ Мәскәүҙә йәшәй – финанс контролеры. Ә Динә ҡыҙыбыҙ – Өфөләге “Россельхозбанк” акционерҙар йәмғиәтендә.

– Белеүебеҙсә, һеҙ үҙегеҙ тыуып үҫкән ауылығыҙҙа эшлә­не­геҙ – Матрай ауыл хакимиәте башлығы вазифаһын башҡар­ҙығыҙ. Хәҙер – райондағы иң эре предприятиела начальник. Улар араһында берәй айырма күрәһегеҙме?

– Уйлауымса, ҡайҙа ғына, нин­дәй генә яуаплы вазифа биләһәң дә, тәү сиратта халыҡҡа яҡын һәм йылы мөнәсәбәттә булыу зарур. Улай ғына ла түгел, ҡул аҫтында­ғыларға үҙең өлгө булырға тейешһең, шул саҡта ғына барыһы ла уң килеп торасаҡ. Кабинетым­дың ишеген төрлө һорау менән асып инәләр – йәшәү шарттарын яҡшыр­тыу булһынмы, ғаилә мәсьәләләре тиһеңме, балаһының проблемаһын хәл итеүме... Кешене тыңлай белеү – ярты уңыш, тиҙәр. Тормош деви­зым шулай: иң беренсе мәсьә­ләң­де хәл ит, унан башҡа эштәргә тотон!

– Хеҙмәттәштәрегеҙгә ниндәй теләктәрегеҙ булыр?

– Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан барлыҡ хеҙмәт­кәрҙәрҙе күркәм байрам менән ҡотлайым! Ғаиләләрендә уңыштар һәм һаулыҡ теләйем! Бигерәк тә үҙебеҙҙә тир түккән уңғандарҙан сығып әйтәм, шул уҡ ваҡытта бүтән­дәрҙең дә егәрле булыуына ышанам, уларҙың һәммәһе лә ныҡыш­мал, һәр кем бурысына бик яуаплы ҡарауын теләйем.

– Хәлит Вәлиша улы, ихлас яуаптарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!

 

- Әңгәмәне Илдар АҠЪЮЛОВ ойошторҙо.

Йылайыр районы.

Читайте нас