Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
16 Октябрь 2021, 20:00

36 кешенең ғүмере өҙөлгән...

Коронавирусҡа ҡаршы көрәш буйынса оператив штаб һуңғы тәүлек буйынса мәғлүмәттәрҙе еткерҙе.

36 кешенең ғүмере өҙөлгән...
36 кешенең ғүмере өҙөлгән...

Төбәктәге коронавирусҡа ҡаршы көрәш буйынса оператив штабтан хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы тәүлектә Башҡортостанда 664 диагноз раҫланған һәм сирләгәндәрҙең дөйөм һаны 76 меңдән ашҡан.

Республикала ковидтан 66132 кеше дауаланған, шул иҫәптән һуңғы тәүлектә 454 пациент һауыҡҡан, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 36 ауырыуҙың ғүмере өҙөлгән, тип хәбәр итә “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.

Башҡортостанда әлегә вакцинаның беренсе компонентын – 1422447, икеһен дә 1259376 кеше яһатҡан.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: