Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
16 Октябрь 2021, 09:00

“Ковидтан һуң сәсем ҡойола...”

Әгәр тиҙ арала табиптарға күренеп, тикшерелеү мөмкинлеге юҡ икән, иң ябай, зыянһыҙ кәңәштәрҙе үтәй башлағыҙ.

“Ковидтан һуң сәсем ҡойола...”
“Ковидтан һуң сәсем ҡойола...”

Күптән түгел тажзәхмәт сирен үткәргәнемде ишетеп, был ауырыуҙы август айында бар ауырлығында татып, еңеп сыҡҡан таныш ҡатын шылтыратты. Хәлемдең шөкөр итерлек булыуын белдереп, шылтыратыуы өсөн рәхмәт әйттем. “Мин әле булһа ла хәлһеҙлектән йонсойом. Ярай, уныһы яйлап үтер, тинеләр. Тик бына шул тиклем сәсем ныҡ ҡойола, нимә эшләргә лә белмәйем”, - тине танышым.  

Ысынлап та, белгестәр ковидтан һуң күп ҡатын-ҡыҙҙа сәс ҡойолоу күҙәтелеүен билдәләй. Медицинала был күренеш “телоген алопеция” тип атала. Шуныһы ҡурҡыныс, бәғзе берәүҙәрҙә сәстәр услап тигәндәй ҡойолоп, пеләшлек менән дә янай. Табиптар был насар күренештең сәбәбен организмдың хәлһеҙләнеүе, ҡандың ҡуйырыуы, ауырыу сәбәпле барлыҡҡа килгән нервы көсөргәнеше, гемоглобин кимәленең төшөүе, бауыр эшмәкәрлегенең боҙолоуы һ.б. менән аңлата.

Проблеманы хәл итеүҙең иң дөрөҫ юлы – табипҡа мөрәжәғәт итеү. Тейешле анализдар биреп, тикшереү үткәндән һуң бары тик белгес кенә аныҡ дауалау тәғәйенләй ала.

Әгәр тиҙ арала табиптарға күренеп, тикшерелеү мөмкинлеге юҡ икән, иң ябай, зыянһыҙ кәңәштәрҙе үтәй башлағыҙ. Беренсенән, ашаған ризыҡ төрлө, витаминдарға, минералдарға бай булһын. Тимер, цинк, В төркөмө витаминдары, Д витамины, аҡһымдарҙың һәм майлы кислоталарҙың етерлек булыуы бик мөһим. Сирҙе үткәргәндән һуң тәмле-татлы, тоҙло, ыҫланған ризыҡтарҙан, фаст-фудтарҙан баш тартып тороғоҙ.

Нервы көсөргәнешенән арынығыҙ, йоҡо һигеҙ сәғәттән дә кәм булмаһын. Саф һауала күберәк йөрөгөҙ, еңелсә физик күнегеүҙәр эшләгеҙ.

Сәсегеҙҙе составында сульфат булмаған шампунь менән генә йыуығыҙ. Ҡул аҫтындағы тәбиғи продукттарҙан туҡландырыусы ҡатнашмалар эшләгеҙ. Сир кисергәндән һуң сәсте химик бөҙрәләү, төҫөн үҙгәртеү, буяу кеүек шөғөлдәрҙе бер-ике айға булһа ла кисектереп тороғоҙ.

Шулай ҙа иң дөрөҫ сара, алда яҙып үтеүебеҙсә, табипҡа мөрәжәғәт итеү. Сәләмәт булығыҙ!

Фото: domashnie-maski.ru 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: