Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
16 Октябрь 2021, 17:00

Вирус күҙҙәргә лә үтеп инә...

Ковидты үткәргән ауырыуҙарҙың йыш ҡына күҙ ауыртыуына зарланыуы билдәле. Быға ҡаршы дарыу бармы?

Вирус күҙҙәргә лә үтеп инә...
Вирус күҙҙәргә лә үтеп инә...

Ғалимдар коронавирустың организмға тағы бер емерткес көсөн асыҡлаған. Баҡһаң, ул күҙҙәргә үтеп инеп, фоторецепторҙарҙы, селтәрле шекәрәнең ганглиоз күҙәнәктәрен зарарлай икән.

Бындай һығымтаны етди тикшереүҙәр үткәргән немец ғалимдары яһаған. Ковидты үткәргән ауырыуҙарҙың йыш ҡына күҙҙәрҙә проблема башланыуына зарланғаны билдәле.

Белгестәр тикшереү барышында коронавирустың селтәрле шекәрәнең күҙәнәктәрен зарарлауын күргән. Анализ фоторецепторҙарҙа һәм ганглиоз күҙәнәктәрҙә вирус төйөрсөктәре барлығын, уларҙың үрсеү мөмкинлеген иҫбатлаған. Күҙҙәрҙәге өҙлөгөүҙәрҙе иҫкәртеү һәм дауалау өсөн айырым дарыуҙар кәрәкмәй, тип иҫәпләй ғалимдар. Күҙҙәрҙәге коронавирус АСЕ2 рецепторҙары менән бәйле, уларҙың үрсеүен туҡтатыуға йүнәлтелгән дарыуҙар ҡулланыу ҙа етә.

Фото: iz.ru

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: