Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
17 Октябрь 2021, 19:00

Пневмониянан һаҡлай, көслө дауа ла

Йүткерә башлау менән дарыуханаға йүгерер алдынан өйҙәге сараларҙы ҡулланып ҡарарға кәрәк. Түбәндәге рецепт өсөн иң көслө өс тәбиғи антибиотик алына. Улар һәр ваҡыт ҡул осонда булырға тейеш.

Пневмониянан һаҡлай, көслө дауа ла
Пневмониянан һаҡлай, көслө дауа ла

Йүткерә башлау менән дарыуханаға йүгерер алдынан өйҙәге сараларҙы ҡулланып ҡарарға кәрәк. Түбәндәге рецепт өсөн иң көслө өс тәбиғи антибиотик алына. Улар һәр ваҡыт ҡул осонда булырға тейеш.

Был сараны яһар өсөн кәрәк: бер баш ҙур ғына һуған, шундай уҡ күләмдә һарымһаҡ һәм керән тамыры. Йәғни һәр береһен бер иш күләмдә алып, ит үткәргестән үткәрәбеҙ. Ярты литрҙай масса килеп сыға. Шуға бер үк күләмдә бал өҫтәйбеҙ ҙә яҡшылап бутайбыҙ. Уны көнөнә өс тапҡыр туҡланған ваҡытта берәр балғалаҡ ҡабабыҙ.

Бындағы һәр ингредиенттың үҙ баһаһы бар.

Керән ҡурылдайҙы һәм үпкә ҡыуыҡсаһын киңәйтә, астмаға ҡаршы һөҙөмтәле сара. Һуғанда ла иммунитетты нығытыусы витаминдар бик күп, уны авитаминоз ваҡытында ҡулланырға кәңәш итәләр. Һарымһаҡ ҡан баҫымын түбәнәйтә, ауыртыныуҙы баҫыу, йәрәхәттәрҙе бөтәштереү, микробтарҙы, ҡорттарҙы үлтереү һәләтенә эйә.

Ниндәй генә дауа алғанда ла - дарыуҙар ярҙамында ла, халыҡ ысулы менән дә - сирҙе тамырынан юҡ итеүгә тулы гарантия була алмай. Шуның өсөн быны ауырыуҙы иҫкәртеү өсөн ҡулланыу отошлораҡ. Һәр осраҡта ла табип менән кәңәшләшеү кәрәклеген иҫтән сығармайыҡ.

Фото: oleg-larin.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: