Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
17 Октябрь 2021, 16:00

Сөгөлдөрҙөң урыны түрҙә булһын

Организмды таҙарта, яман шеш күҙәнәктәре артыуын тотҡарлай, йөрәк-ҡан тамырҙары һәм тын алыу юлдары эшмәкәрлеген яҡшырта... Күп ауырыуҙан һөҙөмтәле дауа рецебы тәҡдим итәбеҙ.

Сөгөлдөрҙөң урыны түрҙә булһын
Сөгөлдөрҙөң урыны түрҙә булһын

Ҡыҙыл сөгөлдөр - файҙалы ла, тәмле лә йәшелсә. Ул күҙәнәклеккә, фолий кислотаһы, бор, марганец, магний, тимер, калий, органик кислоталарға (алма, лимон,ҡуҙғалаҡ кислоталары) бай. Ә ундағы С һәм В6 витаминдары күп сирҙәрҙең таралыуына юл ҡуймай.

Дауаланыу маҡсатында түбәндәге рецепты ҡулланып ҡарарға тәҡдим итәбеҙ.

Таҙартылған 1,5 кг йәшелсәнең һәр береһен 4-5 өлөшкә бүлеп, өҫтөнә ике литр ҡайнар һыу ҡойоп, бер сәғәт уртаса утта ҡайнатырға. Тағы бер сәғәттән уға берәр ҡалаҡ шәкәр һәм алма һеркәһе ҡойоп бутарға. Әҙер төнәтмәне һыуытҡыста һаҡларға кәрәк.

Шифа алыу маҡсатында көн дә өс-дүрт тапҡыр ашар алдынан 30-40 мл төнәтмәне эсеп, бер-ике киҫәк сөгөлдөрөн ашайҙар.

Был сараның шифаһы:

ҡанды яҡшырта,

организмды таҙарта: эсте китәрә, бәүелде ҡыуҙыра, бауырҙы таҙарта,

яман шеш күҙәнәктәре артыуын тотҡарлай,

түл биҙҙәренең эшмәкәрлеген көсәйтә,

күҙәнәктәрҙә кислород үҙләштереү көсәйгәнлектән, организмдың сыҙамлылығын арттыра,

йөрәк-ҡан тамырҙары һәм тын алыу юлдары эшмәкәрлеген яҡшырта,

ҡан баҫымын төшөрә,

ҡан тамырҙары атеросклерозы, йөрәк сирҙәре, икенсе тип диабет ауырыуы, остеопороз үҫеү хәүефен кәметә,

организмды йәшәртеү һәләте бар - яңы күҙәнәктәр барлыҡҡа килә,

ҡан тамырҙары киңәйә, ул үҙ сиратында "һыуыҡ аяҡ" синдромынан арындыра,

артерияны, капиллярҙар стенкаһын, һөйәктәрҙе һәм тарамышты нығыта,

көс-хәл индерә,

шулай уҡ һимеҙлектән ҡотолоу өсөн дә файҙалы (бигерәк тә бауырға май ултырыуынан һаҡлай).

Файҙаһы тейһен өсөн нитратһыҙ үҫкән сөгөлдөр кәрәк буласаҡ. Үҙегеҙ үҫтергән, йә булмаһа әлеге ваҡытта йәрминкәләрҙә шәхси хужалыҡтар тәҡдим иткән йәшелсә бының өсөн иң ҡулайы булыр.

Фото: vashnarcolog.com

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: