Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
17 Октябрь 2021, 14:00

Вакцина яһатыусылар ныҡ артҡан

Был турала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Забелин нимә тип яҙҙы?

Вакцина яһатыусылар ныҡ артҡан
Вакцина яһатыусылар ныҡ артҡан

Кисә, шәмбе көн, Башҡортостанда халыҡ COVID-19-ҙан иң күп вакцина яһатҡан.

Прививканың беренсе компонентын бер миллион 500 мең тирәһе кеше эшләткән. Тулыһынса иһә - бер миллион 259 мең 376 граждан. Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Забелин яҙған.

Төбәктә сираттағы эпидемия тулҡыны менән бәйле санитар-эпидемиологик талаптар көсәйтелде. Берәй учреждениеға инеү өсөн вакцина үтеүең тураһында белешмә ҡағыҙы кәрәк, ә үҙ-үҙеңде изоляциялау 65 йәштән өлкән прививка яһатмағандарға ҡағыла. 18 октябрҙән алып вакцина эшләтеү тураһында белешмә төрлө һаулыҡ нығытыу, спорт һәм башҡа урындарға барыу өсөн кәрәк буласаҡ.

Фото: "Башинформ".  

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: