Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле хәлдәр көсөргәнешле булып ҡалыуын дауам итә. Көн һайын сирләп киткәндәр һаны арта, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауырыуҙы еңә алмай үлгәндәр ҙә байтаҡ. Шулай уҡ балалар һәм үҫмерҙәр араһында ла коронавирус осраҡтары күп.
Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республика буйынса “Роспотребнадзор” идаралығы етәксеһе Анна Казак сығыш яһаны һәм мәктәптәрҙәге хәлдәр менән таныштырҙы.
Уның белдереүенсә, әлеге ваҡытта 242 мәктәп ковид буйынса карантинда.
– Мәктәптәрҙә һәм урта һөнәри белем биреү учреждениеларында сирләү осраҡтары артыуын дауам итә. Бөгөн 242 мәктәп карантинға ябылған, был 543 класс. Урта һөнәри белем биреү учреждениеларында ла хәлдәр ҡатмарлы, әле 222 ошондай уҡыу йортонда сир осраҡтары асыҡланған.
Билдәле булыуынса, бер класта биштән ашыу кеше коронавирус менән сирләп китһә, ул карантинға китә. Роспотребнадзор ҡарары буйынса класс 14 көнгә дистанцияла уҡый.
Фото: live24.ru