Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
18 Октябрь 2021, 19:30

Тағы бер вакцинация пункты асыла

Яңы мобиль пункт Сипайлово биҫтәһендәге “Карусель” сауҙа үҙәгендә урынлашасаҡ. Эш режимы - яҙмала.

Тағы бер вакцинация пункты асыла
Тағы бер вакцинация пункты асыла

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфө ҡалаһында вакцина яһау буйынса тағы бер пункт асыла. Ул Сипайлово биҫтәһендәге “Карусель” сауҙа үҙәгендә урынлашасаҡ.

Маршал Жуков урамындағы 12-се йорттағы пункт 13.00 - 20.00 сәғәттәрҙә эшләйәсәк, ял көндәрендә - иртәнге 10-дан киске 8-гә 20 тиклем.

Өфөләрҙе прививка яһатырға саҡырабыҙ. Сир таралыуын дауам итә, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ. Һуңғы тәүлектә генә республикала 660 кешенең вирусты йоҡторғаны билдәле. Хәҙерге ваҡытта вакцинаның тәүге компонентын 1 миллион 437 мең 118 кеше алды. Иммунизацияны тулыһынса 1 миллион 263 мең 912 граждан тамамланы.

Фото: "Горобзор".

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: