Сәләмәт булайыҡ
18 Октябрь 2021, 08:05

Ҡушылғас, барыһы ла үтәргә тейеш!

Ҡайһы берәүҙәр сикләүҙәрҙе инҡар итергә тырыша...

Ҡушылғас, барыһы ла үтәргә тейеш!Ҡушылғас, барыһы ла үтәргә тейеш!
Ҡушылғас, барыһы ла үтәргә тейеш!

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирусҡа бәйле хәлдәрҙе тикшереүҙән башланы. Билдәле булыуынса, әле республикала ковидтан вакцина яһатмаған кешеләр өсөн сикләүҙәр ғәмәлдә. Кешеләр билдәләнгән документтарһыҙ сауҙа үҙәктәренә, мәҙәниәт һәм спорт учреждениеларына, ҡала-ара автобустарға инә алмай. Бөгөндән яңы пакет сикләүҙәр ғәмәлгә инәсәк.

Был сикләүҙәр бөтәһенә лә оҡшап етмәй, әлбиттә. Вакцина яһатмаған кешеләр указ талаптарын үтәмәҫкә тырыша һәм провакация булдыра, һөҙөмтәлә полицияға көс ҡулланырға тура килә. Үткән аҙнала, мәҫәлән, Өфөнөң Дим районындағы сауҙа үҙәгендә бер ирҙе полиция ҡулға алған, Стәрлетамаҡта пенсионер ҡатынды автобусҡа ултыртмағандар.

– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, нормаларҙың мөһимлеген бөтәһе лә аңлап бөтмәй. Беҙгә кешеләргә аңлатырға кәрәк. Тик власть, шуның өсөн власть, ҡарарҙарҙы бөтә саралар менән үтәтергә кәрәк. Был талаптарҙы бөтәһе лә үтәргә тейеш, – тине Радий Хәбиров.

Ул шулай уҡ Ишембай ҡалаһындағы сауҙа үҙәге тураһында ла әйтте. Бында хеҙмәткәрҙәр нормаларҙы бөтөнләй үтәмәйбеҙ тип белдергән. 

- Үтәмәйһегеҙ икән - кәрәкмәй, тимәк ябасаҡбыҙ. Беҙ бик ҡатмарлы ваҡытта йәшәйбеҙ. Сирлеләр һаны үҫә, кешеләр үлә. Шуға күрә беҙгә көрәшергә һәм башҡарған эшебеҙҙең дөрөҫ икәнлегендә ышанырға кәрәк, - тине Радий Фәрит улы. - Бөгөндән прививка яһатмаған кешеләр өсөн яңы сикләүҙәр ғәмәлгә инә. Беҙҙең эшмәкәрлек вакцинация үткәндәр һанын арттырыуға йүнәлтелгән. Уларҙың файҙаһын күрә башланыҡ. Ял көндәрендә прививка яһатҡандар артты. 

Фото: resbash.ru

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас