Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
19 Октябрь 2021, 19:00

Эшкә сыҡмай торорға тәҡдим ителде

Кире осраҡта, хәлдең нығыраҡ киҫкенләшеүе бар.

Эшкә сыҡмай торорға тәҡдим ителде
Эшкә сыҡмай торорға тәҡдим ителде

Күренеүенсә, илдә коронавирусҡа бәйле хәл ҡатмарлаша. Яңынан сирләп киткәндәр ҙә, үлгәндәр ҙә арта. Ошоларҙы иҫәптә тотоп, бөгөн Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Татьяна Голикова илдә 30 октябрҙән 7 ноябргә тиклем ял көндәре булдырырға тәҡдим итте.

Ә эпидемиологик хәл айырыуса насар булған төбәктәрҙә быны 23 октябрҙән үк башларға мөмкин. Татьяна Голикова был тәҡдим менән ил Президенты Владимир Путинға мөрәжәғәт итергә кәрәк, тине.

Бынан тыш, 60 йәштән өлкән һәм вакцина яһатмаған кешеләрҙе кәмендә бер ай дистанцияла эшләүгә күсерергә тигән тәҡдим дә булды.

Эшләмәй торған көндәр үткәс, объекттарҙы асып, кешеләрҙе QR-кодтар менән генә индермәкселәр. Тағы бер тәҡдим – вакцинация үткән хеҙмәткәрҙәргә ике ял көнө биреү.

Ил Хөкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустин Татьяна Голикованың был тәҡдиме менән ризалашты. Иртәгә ил Президенты Владимир Путин ҡатнашҡан кәңәшмәлә был мәсьәлә күтәреләсәк.

Һандар, ысынлап та, хафаға һала. 19 октябрҙә илдә коронавирустан 1015 кеше үлгән. Тәүлек эсендә сир 33740 пациентта табылған.

Фото: zen.yandex.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: