Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
19 Октябрь 2021, 13:30

Әлегә хәл ҡатмарлы

Мәскәүҙә битлектәрҙе дөрөҫ кеймәгән йәки уны эйәгенә генә эләктереп алғандарға штраф һалынасаҡ.

Әлегә хәл ҡатмарлы
Әлегә хәл ҡатмарлы

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә коронавирустан тағы ла 35 пациенттың вафат булыуы тураһында хәбәр иттеләр. Вирус ҡорбандарының дөйөм һаны 2295-кә етте, был һандың 1881-ен 60 йәштән өлкәндәр тәшкил итә.  Тәүлектә 664 кешенең сирҙе йоҡтороуы асыҡланған һәм 458 ауырыу һауыҡҡан.

Шулай итеп, республикала бөтәһе 78137 кеше коронавирус инфекцияһын йоҡторҙо.  Әле стационарҙарҙа 961 ауырыу дауалана, уларҙың 601-е  – 60 йәштән өлкәндәр. 47 ауырыу ауыр хәлдә, 17-һе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.  

Республикала  прививка эшләтеү кампанияһы дауам итә, 1 263998 кеше вакцинаның ике компонентын да яһатҡан.

Рәсәй төбәктәрендә коронавирус инфекцияһы таралыуына ҡаршы көрәш дауам итә. Ҡайҙалыр эпидемиологик талаптар үтәлешен тикшерәләр, рейдтар үткәрәләр, яңы ҡағиҙәләр индерәләр. Мәҫәлән, Мәскәүҙә битлектәр кеймәгән йәки уны эйәгенә генә эләктереп алғандарға штраф һалынасаҡ.

Танауҙы һәм ауыҙҙы ҡапламаған битлектән бер ниндәй ҙә файҙа юҡ, ти белгестәр. Хәҙер контролерҙар битлекте дөрөҫ кейеүгә иғтибар бирәсәк, режимды боҙоусыларға штраф һалынасаҡ.

Фото:YouTube

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: