

“Йәш саҡта ололарҙың һүҙенә әллә ни иғтибар биреп бармайһың шул. Хәҙер килеп иҫкә төшә лә бит, ваҡыт үткән, күп өгөт-нәсихәттәре онотолған. Шулай ҙа бер кәңәшен гел тотам, – тине танышым Зәлифә бер осрағанда. – Мин ғүмер буйы уның бер ҡасан шампунь күрмәгән ебәктәй сәсенә һоҡландым. Һәр саҡ йылҡылдап тора, ҡуйы үҙе, ҡауаҡлап йонсотмай".
Танышым миңә сәсен нисек тәрбиәләүе тураһында һөйләне. Сере ябай: баҡсала үҫкән һуған ҡабыҡтарын йыйып алып, унан төнәтмә эшләй. Өләсәһе өйрәткәнсә, һуған ҡабыҡтарына бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 10-15 минут самаһы ҡайната. Һыуытҡандан һуң төнәтмә менән сәстәрен сайҡата.
"Төрлө сығанаҡтарҙан уҡып, һуған ҡабығында файҙалы матдә күплеген белеп аптыраным. Баҡһаң, унда ҡеүәтле антиоксиданттарҙың береһе булған флавоноид кверцетин бар икән. Был матдә күҙәнәктәрҙең сәләмәтлеген, йәшлеген һаҡлай, яман шешкә ҡаршы көрәшә. Кверцетин аллергиянан яфаланғандарға хәлен яҡшыртыу өсөн бик кәрәк. Ул төрлө шеш һәм ялҡынһыныуҙарға ҡаршы тора, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы сәләмәтлеген һаҡлай.
Уны өйҙәге гөлдәрҙе, үҫемлектәрҙе ашлау өсөн файҙаланалар. Химик ашламанан айырмалы, бөтөнләй зарарһыҙ, бактерицидлы үҙенсәлектәре бар. Хатта сирләгән хәлһеҙ үҫентеләр терелеп, йәнләнеп китә, тиҙәр. Ә беҙ уны сүп урынына күреп, һанға һуҡмайбыҙ, ырғытабыҙ...” – тип файҙалы кәңәштәрен бирҙе Зәлифә.
Фото: semena-samara.ru