Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
20 Октябрь 2021, 15:45

Сир таралыуын дауам итә...

Тәүлек эсендә 37 ауырыуҙың вафат булыуы асыҡланды.  

Сир таралыуын дауам итә...
Сир таралыуын дауам итә...

Республикала коронавирус инфекцияһы таралыуын дауам итә. Һуңғы тәүлектә 688 кеше сирләп киткән. Пандемия осоронда вирусты бөтәһе 78805 кеше йоҡтороуы билдәле.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үлем осраҡтары арта. Тәүлек эсендә 37 ауырыуҙың вафат булыуы асыҡланды. 648 ауырыу һауыҡҡан.

Әле стационарҙарҙа 1033 ауырыу дауалана. 58-е ауыр хәлдә, 14-е үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. 2232 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана. Һуңғы тәүлектә сирҙе йоҡтороу осраҡтары буйынса “лидерлыҡты” Күмертау ҡалаһы тота (139),  унан ҡала Өфө (103), Бәләбәй (39) ҡалалары, Күгәрсен районы (34) килә.

Республикала иммунизация дауам итә, 1 274766  кеше вакцина яһатыуҙы тулыһынса тамамлаған. Тик әлегә был һандар коллектив иммунитетҡа өлгәшергә ярҙам итмәй.

Фото:UfaTeim.ru

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: