Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
20 Октябрь 2021, 22:15

Владимир Путин Хөкүмәт тәҡдимен хупланы

"Был ҡурҡыныс һандар артында яҡындарыбыҙҙың ваҡытынан иртә өҙөлгән ғүмерҙәре тора”.

Владимир Путин Хөкүмәт тәҡдимен хупланы
Владимир Путин Хөкүмәт тәҡдимен хупланы

Рәсәй Президенты ил Хөкүмәтенең 30 октябрҙән 7 ноябргә тиклем көндәрҙе ял көнө итеү тураһындағы тәҡдимен хупланы. Уның әйтеүенсә, вакцина яһау кимәле түбән булыуы коронавирус инфекцияһы таралыуына булышлыҡ итә. Шуның менән бергә эш хаҡы һаҡланасаҡ.

Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Татьяна Голикова Владимир Путин үткәргән кәңәшмәлә, коронавирус инфекцияһы таралыу менән бәйле, илдең бөтә биләмәһендә 30 октябрҙән 7 ноябргә тиклем көндәрҙе ял көндәре итеү тәҡдиме менән сығыш яһаны.

“Коронавирус инфекцияһы һәм миҙгелгә хас башҡа вирустар таралыуы һөҙөмтәһендә эпидемиологик хәл ҡатмарлана бара. Айҙан ашыу инде сирҙәрҙең тотороҡло үҫешен күҙәтәбеҙ, бөгөн тәүлек эсендә асыҡланған яңы коронавирус осраҡтары 35 меңгә етеп килә. Һуңғы ваҡытта беҙ көн һайын бер меңдән ашыу гражданыбыҙҙы юғалтабыҙ. Был ҡурҡыныс һандар артында яҡындарыбыҙҙың, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ваҡытынан иртә өҙөлгән ғүмерҙәре тора”, – тине Голикова.

Ул прививкаланмаған пенсионерҙар өсөн йорт режимын индереүҙе, шулай уҡ вакцина яһатмаған өлкән йәштәге хеҙмәткәрҙәрҙе ваҡытлыса ситтән тороп эшләү режимына күсереүҙе яҡлап сыҡты.

“Әле эпидемияның яңы тулҡынын ҡағыу айырыуса мөһим. Шуның менән бәйле, һис һүҙһеҙ, бөтә ил буйынса 30 октябрҙән 7 ноябргә тиклемге көндәрҙе хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡын һаҡлау шарты менән ял ҡөндәре итеп иғлан итеүҙе яҡлайым”, – тине  Владимир Путин.

Фото: ”Башинформ”.

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: