Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
21 Октябрь 2021, 19:30

58 ауырыу ауыр хәлдә...

Вирус ҡорбандарының күпселеген алтмыш йәштән өлкәндәр (1 951 кеше) тәшкил итә.

58 ауырыу ауыр хәлдә...
58 ауырыу ауыр хәлдә...

Һуңғы тәүлектә коронавирус инфекцияһынан 36 кеше вафат булды, 58 ауырыу ауыр хәлдә.

Күҙгә күренмәгән “фронт”та көсөргәнешле көрәш дауам итә. Пандемия осоронда республикала инфекцияны барлығы 79 меңдән ашыу кеше йоҡторҙо. Һуңғы тәүлектә - тағы ла 670.

Стационарҙарҙа әле 988 пациент дауалана, амбулатор шарттарҙа - 7 339 ауырыу. Тәүлек эсендә 661 сирле һауыҡҡан. Вирус ҡорбандары һаны 2 268-гә етте, уларҙың күпселеген алтмыш йәштән өлкәндәр (1 951 кеше) тәшкил итә.

Рәсәйҙә коронавирустың киң таралыуы менән бәйле 30 октябрҙән 7 ноябргә тиклем ял көндәре иғлан ителде.

Фото: UTV.ru

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: