Сәләмәт булайыҡ
21 Октябрь 2021, 08:30

Үҙен һаҡлай алманы...

 "Уның башҡаса беҙҙең менән булмаясағы башҡа һыймаҫлыҡ,” – тип хәбәр итә дауахананың баш табибы Азат Мөхәмәтйәнов.  

Үҙен һаҡлай алманы...Үҙен һаҡлай алманы...
Үҙен һаҡлай алманы...

Зубов госпиталендә компьютер томографияһы кабинеты мөдире булып эшләгән рентгенолог Ринат Кайбышев вафат булды. “Уның беҙҙең менән булмауы,  йылы ҡарашлы, етди күҙҙәрен башҡаса күрмәйәсәгебеҙ, ҡулдарын ҡыҫмаясағыбыҙ, ярҙамын тоймаясағыбыҙ  башҡа һыймаҫлыҡ,” – тип хәбәр итә дауахананың баш табибы Азат Мөхәмәтйәнов.  

Медицина учреждениеһының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, табип коронавирус инфекцияһы тыуҙырған өҙлөгөүҙәрҙе еңә алмаған. Табиптың үлеме буйынса тикшереү бара.

Ринат Кайбышевтың хеҙмәткәрҙәре уны  бары йылы иҫтәлектәре менән хәтергә ала. “Ярҙамсыл, иғтибарлы белгес, үҙ эшенең оҫтаһы, яҡшы иптәш... Йөҙәрләгән ауырыуға ярҙам иткән табип үҙен генә һаҡлай алманы. Ябай интеллигент, бер нимәгә лә битараф булмаған кеше, яҡшы ғаилә башлығы ине. Кешеләр уны хөрмәт итте һәм баһаланы. Ҡайғырабыҙ...” – ти хеҙмәттәштәре.

Табиптың коллегаларының, ғаиләһенең оло ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, сабырлыҡ теләйбеҙ.

Фото:gbuzrkib.ru

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас