Сәләмәт булайыҡ
21 Октябрь 2021, 13:30

Лицензиялар һаны ике тапҡырға артҡан

Күҙаллауҙар буйынса, 2025 йылға аллергия сирҙәренән донъя халҡының 50 проценты яфаланасаҡ...

Лицензиялар һаны ике тапҡырға артҡанЛицензиялар һаны ике тапҡырға артҡан
Лицензиялар һаны ике тапҡырға артҡан

Республикала аллергология һәм иммунология буйынса йыл башынан бирелгән лицензиялар һаны ике тапҡырға артҡан. Яңыларын 11 ойошма алған.

Лицензияларҙың берҙәм реестрында 137 медицина ойошмаһы иҫәпләнә. Шуларҙың 37-һе – дәүләттеке, 96-һы – шәхси һәм дүртеһе милектең башҡа формаһында.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш аллерголог-иммунологы Ольга Кучер аллергия сирҙәренең донъяла ныҡ таралыуын белдерҙе. Күҙаллауҙар буйынса, 2025 йылға был сирҙәрҙән донъя халҡының 50 проценты яфаланасағы, ә 2050 йылға төрлө аллергоздарҙан планета кешеләренең күпселеге йонсоясағы билдәле.

Рәсәйҙә лә аллергия сирҙәре арта, өҫтәүенә патологияһы йәшәреүен дауам итә. Үткән быуаттың 50-70-се йылдарында улар дөйөм ауырыуҙар структураһында ике-дүрт процент тәшкил итһә, 2021 йылда 30 процентҡа етте. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы бөтә ойошмаларға лицензия алыуҙа һәр яҡлап ярҙам күрһәтә. Хәҙер медицина эшмәкәрлеген башҡарыуға лицензияны рәсмиләштереү ваҡыты ла ҡыҫҡарҙы, бары 19 көн тәшкил итә. 

Сфғанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53162 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас