

Коронавирус инфекцияһынан вакцина яһатмаған депутаттарҙы алдағы пленар ултырыштарына индермәүҙәре мөмкин. Был хаҡта Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев иғлан итте.
“110 депутаттың 67-һе ауырыны. 88 кеше прививка яһатты, был 80 процент тигән һүҙ. 22 кеше прививка яһатманы – 20 процент. Уларҙың етеһе алты айҙан аҙ ғына ваҡыт элегерәк сирләне, дүрт кешенең прививка яһатмау буйынса медицина күрһәтмәһе бар. Киләһе ултырышта мин фамилияларҙы атарға мәжбүр буласаҡмын. Әгәр һеҙ тормош ҡуйған талаптарға яуаплы ҡарай алмайһығыҙ икән, һеҙҙең асыҡлыҡты сикләү тураһында уйлаясаҡбыҙ,” – тип белдерҙе Константин Толкачев.
Парламент Рәйесе илдә эпидемиологик хәлдең киҫкенләшеүен билдәләп, депутаттарҙы яуаплы булырға һәм үҙҙәренең өлгөһөндә нигеҙһеҙ вакцинофобияны пропагандаламаҫҡа саҡырҙы.
“Вакцина яһатыу – сирҙең таралыуына ҡаршы торған берҙән-бер тәьҫирле сара. Прививка сирҙе йоҡтороуҙан тулыһынса һаҡлай алмаһа ла, хәүефте кәметә. Тәжрибә прививкаланғандарҙың сирҙе еңелерәк үткәреүен күрһәтә. Үҙегеҙҙең һәм тирә-яғығыҙҙағы кешеләрҙең сәләмәтлеген хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ,” – тине Константин Толкачев.
Фото:”Башинформ”