

Коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле, Башҡортостан Башлығының юғары әҙерлек тураһындағы Указына индерелгән үҙгәрештәр беҙгә нимә бирер, вакцина яһатыу темпы күтәрелерме, республикала эпидемиологик хәл яҡшырырмы? Әлбиттә, барыбыҙ ҙа хәлдең тотороҡланыуына өмөт итәбеҙ, тиҙерәк ғәҙәти тормошҡа ҡайтыу теләге менән йәшәйбеҙ.
Талаптарҙы үтәү шарт
Документтың яңы редакцияһына ярашлы, дәүләт йәки муниципаль музейҙарға, күргәҙмә залдарына, театрҙарға, китапханаларға, кинотеатрҙарға, концерт залдарына, мәҙәниәт йорттарына, шулай уҡ күләмле физкультура һәм спорт сараларына инеү өсөн вакцина яһатыу тураһында сертификат йә һуңғы алты ай эсендә коронавирус кисереүҙе раҫлаған белешмә булыуы шарт. Шулай уҡ яңы талап төнгө клубтарға ла ҡағыла. 12 октябрҙән ошондай уҡ документтарҙы сауҙа үҙәктәренә, шәхси милектәге музейҙарға, күргәҙмә залдарына, китапханаларға, театрҙарға, кинотеатрҙарға, концерт залдарына, мәҙәниәт йорттарына ингәндә, шулай уҡ ҡала-ара автобустарҙа, “Орлан” ҡала яны поезында күрһәтергә тура килә. Сикләү саралары хәҙер матурлыҡ, косметика, СПА-салондарға, солярий, мунса, сауна, физкультура-һауыҡтырыу комплекстарына, фитнес-клубтарға, бассейндарға, ресторан-кафеларға (урындар 50-нән ашыу булғанда) ҡағыла.
Өҫтәмә белем биреү ойошмалары дистанцияла уҡытыуға күсте. Муниципалитеттар үҙ биләмәләрендә санитар-эпидемиологик хәлдең нисек булыуы һәм “Роспотребнадзор” идаралығы тәҡдимдәре нигеҙендә коронавирусҡа ҡаршы өҫтәмә саралар индерә, үҙ биләмәләрендә санитария-гигиена талаптарын үтәү буйынса рейдтар ойоштора. Вакцина тураһындағы сертификаттарҙың срогы – бер йыл, ә коронавирус менән сирләү тураһындағы белешмәнең яраҡлылыҡ ваҡыты һауыҡҡандан һуң ярты йыл тәшкил итеүен дә иҫкә төшөрөп китәйек. Сертификаттарҙың ялған булыу-булмауын QR-код менән раҫлаясаҡтар. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелиндың белдереүенсә, ПЦР-тестың кире һөҙөмтәһе менән ҡыҫҡа ваҡыт талап иткән, кеше күп йыйылмаған урындарға инеү мөмкинлеге бар (мәҫәлән, косметика, СПА-салондарға).
Медицина пункттары етемһерәмәһен...
Бөгөн халыҡты поликлиникаларҙа сираттың ҙур булыуы борсой.
Һаулыҡ һаҡлау – бөгөн иң киҫкен, бәкәлгә һуҡҡан проблемаларҙың береһе. Йыл башынан алып Һаулыҡ һаҡлау министрлығына, Республикаға идара итеү үҙәгенә аяныслы, борсоулы хәбәрҙәр, дәғүәләр килеп кенә торҙо. Һәр хәбәр артында – кеше яҙмышы һәм ғүмере. Сентябрь айында иң төп проблемаларҙың береһен системаға әүерелгән мәсьәләләр биләне – табиптарҙың етешмәүе, поликлиникаларҙағы сираттар, медицина ярҙамының тулыһынса күрһәтелмәүе. Бер проблема икенсеһен тыуҙыра, кадрҙарға ҡытлыҡ бөтә тармаҡты артҡа һөйрәй. Бына һеҙгә халыҡтан килгән бер нисә күңелһеҙ хәбәр.
“Ишембай ҡалаһы. Кешеләр поликлиникала өймәкләшеп йөрөй, бер терапевты көтөп, сәғәттәр буйы сиратта ултыра. Эпидемиологик хәл нисек яҡшырһын инде?”– тип яҙалар.
Ишембай үҙәк район дауаханаһының баш табибы әйтеүенсә, сирҙең артыуы һәм персоналдың етешмәүе арҡаһында сираттар барлыҡҡа килә. Дауахана табиптар менән ни бары – 51, уртаса медицина хеҙмәткәрҙәре менән 76,8 процентҡа тәьмин ителгән. Эшкә урынлашыусылар булһа ла, эштән китеүселәр күберәк.
“Ғафури районы, Түбәнге Ташбүкән ауылы. Яңы ФАП асылғанға ҡыуандыҡ, ә фельдшер һаман да юҡ”.
Әйтеүҙәренсә, ауылдан башҡа районға күсеп киткән фельдшерға алмаш таба алмайҙар. Әлеге ваҡытта участка терапевҡа беркетелгән, ул айына бер тапҡыр ғына килә. Бына тигән итеп йыһазландырылған яңы ФАП етемһерәп хужа килгәнен көтә...
Ҡайһы бер “ауыртҡан”, йәнгә тейгән мәсьәләләрҙе хәл итә алһалар ҙа, система яңы сиселештәр көтә.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығында проблеманы беләләр һәм уны төрлө юлдар менән хәл итергә тырышалар. Билдәле, коронавирус инфекцияһының таралыуына бәйле, амбулатор звеноға ҙур көсөргәнеш төшә, шуға күрә ваҡытлыса диспансерлаштырыу, планлы медицина ярҙамы күрһәтеү (онкология, кардиологиянан тыш) туҡтатылды. Вакцина яһау темпының артыуы һәм коллектив иммунитет барлыҡҡа килеү менән поликлиникаларға көсөргәнеш һиҙелерлек кәмейәсәк. Ошо хәлде һәр кем яҡшы аңлап, ҡулынан килгән ярҙамды күрһәтергә бурыслы. Бөтә донъяға ябырылған зәхмәтте бер табиптар берләшмәһе генә еңеп сыға алмауы көн кеүек асыҡ. Улар ҙа тимерҙән яһалмаған һәм ҡаты ауырый, түҙемлектәре ахыр сиккә еткән, ә беҙ әлегә тиклем мәкерле сирҙең үҙебеҙгә ҡағылмаҫына ышанып йәшәйбеҙ, барыһын да инҡар итергә, тирә-яғыбыҙҙағы ғаиләләргә килгән ҡайғы-хәсрәтте, проблеманың беҙ уйлағандан хәтәрерәк булыуын күрмәҫкә тырышабыҙ кеүек.
Үҫмерҙәргә прививка яһатыу кәрәкме?
Балалар араһында коронавирус инфекцияһын йоҡтороу осраҡтарының артыуы табиптарҙы хәүефкә һала. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелиндың әйтеүенсә, илдә үҫмерҙәрҙе ковидтан прививкалау планлаштырыла. ”Пандемияның тәүге тулҡындарында балаларҙың 90 проценты бер ниндәй билдәләре булмаған килеш сирҙе еңел үткәрҙе. Хәҙер улар ковидты бик ауыр кисерә, ауырыуҙарҙың күпселеген үҫмерҙәр тәшкил итә”, – тип белдерҙе министр.
Реанимация бүлегенә яңы ғына тыуған сабыйҙарҙың эләгеүе үтә үкенесле. Әле 12 йәштән ҙурыраҡ үҫмерҙәр өсөн вакцинаны теркәү ваҡыты тамамланып килә. Мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, йәйгеһен “Спутник V” вакцинаһын 12–17 йәшлек үҫмерҙәрҙә һынанылар. Ирекмәндәргә шул уҡ препарат менән, тик аҙыраҡ дозала прививка яһалды. Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашконың әйтеүенсә, илдә балаларға коронавирустан вакцина яһатыу буйынса талаптар индерелмәйәсәк, бары хроник сирлеләргә прививка яһатыу тәҡдим ителәсәк.
Әлегә балалар араһында сирҙең таралыуына юл ҡуймау, вирус йоғоу сылбырын өҙөү маҡсатында башҡа саралар ҡулланыла – дистанциянан тороп уҡыу, өҫтәмә белем биреү учреждениеларына карантин индереү, тәьҫирле санитария-гигиена талаптарын үтәү. Күреүебеҙсә, был саралар һөҙөмтәле, онлайн-уҡыу тәртибенә күсеү менән сир, бер аҙ һүрелеп, баҫыла төшә. “Тотороҡлолоҡ фазаһына күскәс, сир бындай тиҙлектә тарала алмаясаҡ, уҡыуҙың көндәлек формаһына күсергә мөмкинлек тыуасаҡ”, – тигән фекерҙә Максим Забелин.
Сабыйҙар ковидты нисек үткәрә?
Өфөләге 17-се балалар клиник дауаханаһы табиптары әйтеүенсә, республикала коронавирус йоҡторған балалар һаны арта. Йыл башынан алып 6100 осраҡ теркәлгән, ә пандемия осоронда бөтәһе 7680 бала ауырыған.
Июль айынан башлап яңы тыуған сабыйҙарҙан бер айлыҡҡа тиклемге балаларҙа коронавирус инфекцияһы йыш осрай башлаған, шуға күрә 17-се дауахана базаһында балалар өсөн йоғошло ауырыуҙар госпитале ойошторорға ҡарар ителгән. Ун балаға иҫәпләнгән бүлексә 23 августа асылды. Шул ваҡыттан алып клиникаға 39 сабый ҡабул ителгән.
Дауахананың баш табибы Нурсилә Әбсәләмова әйтеүенсә, бүлексәлә Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының сирҙе иҫкәртеү, диагностикалау, дауалау буйынса ваҡытлыса рекомендацияларына ярашлы, махсус медицина ярҙамы күрһәтелә. Биләмә “таҙа” һәм “бысраҡ” зоналарға бүленгән, бөтә санитария-гигиена талаптары үтәлә. Ата-әсәләр менән видеобәйләнеш Zoom платформаһында бара. “Кескәйҙәрҙең сәләмәтлеге өсөн борсолған өлкәндәргә лә, беҙгә лә бик уңайлы бындай аралашыу. ПЦР-тест анализы кире һөҙөмтә күрһәткәндә, бала патология бүлексәһенә артабан дауалау өсөн күсерелә”, – ти баш табип.
“Бер тәүлек элек кенә тыуған сабыйҙарҙы ла ҡабул итәбеҙ, – ти бүлексә мөдире Ирина Тихонова. – Ҡағиҙә булараҡ, балалар сирҙе ғаиләлә йоҡтора. Төрлөсә ауырыйҙар. Кемдер эсе ауыртып, ашҡаҙан-эсәк юлы эшмәкәрлеге боҙолоуы арҡаһында, ҡайһылары киҫкен респиратор вируслы инфекция менән килеп эләгә. Бөтәһе лә кислород етешмәүҙән интегә, күптәрҙә ҡуҙғыусанлыҡ көсәйә. Иң ауыры – баланы реанимация койкаһына күсереү, үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырыу”.
Баш табип урынбаҫары Регина Федорова әйтеүенсә, яңы тыуған сабыйҙарҙы дауалау – бик ҡатмарлы эш, уларға айырыуса ҙур иғтибар талап ителә. “Ауырыуҙың нисек үҫешәсәген күҙаллау ауыр. Неонатологияның бөтә рөхсәт ителгән мөмкинлектәре һәм ысулдары ярҙамында кескәйҙәргә ярҙам итергә тырышабыҙ”, – ти табип.
Ғәҙәттәге тормошҡа ҡасан ҡайтырбыҙ?
Брифингтарҙың береһендә һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин яңы коронавирус инфекцияһының бишенсе тулҡыны булыу мөмкинлеген йәшермәне. “Инфекция һауа-тын алыу юлдары аша йоға. Әле эпидемиологик миҙгелдең башы ғына. Күҙаллау ауыр, әлбиттә, әммә беҙ коллектив иммунитет барлыҡҡа килтермәһәк, эпидемиологтар фекеренсә, киләһе бишенсе тулҡынды 2022 йылдың ғинуар-февраль айҙарында ҡаршылауыбыҙ ихтимал, – тине министр. Халыҡтың 80 процентына прививка яһай алмаһаҡ, эпидемиологик хәл тотороҡланмаясаҡ”.
Ғәҙәти тормошҡа ҡасан ҡайтырбыҙ? Бар кешене ҡыҙыҡһындырған һорауға Максим Забелиндың яуабы ҡыҫҡа һәм аңлайышлы: “Ғәҙәттәге тормошҡа ҡайтыуҙың иң тиҙ варианты – вакцина яһатыу. Әгәр коллектив иммунитетҡа өлгәшмәһәк, коронавирус инфекцияһы һөҙөмтәһендәге сикләүҙәр тағы ла оҙаҡҡа һуҙыласаҡ. Эпидемиологик хәлгә ярашлы, уларҙың тағы ла ҡатыланыуы мөмкин. Бөтәһе лә – үҙебеҙҙең ҡулда”.
- Динә ҒӘБДРӘХИМОВА.