

Һуңғы ике йылда илебеҙ генә түгел, тотош донъя халҡы коронавирус инфекцияһына ҡаршы сараларҙы иҫәпкә алып – битлек кейеп, ҡулдарҙы дезинфекциялап, социаль арауыҡты һаҡлап – көн итергә мәжбүр. Хәҙер үҙеңдең генә түгел, яҡындарыңдың, эргә-тирәләгеләрҙең сәләмәтлеген ҡайғыртыу, “COVID-19” вирусын туҡтатыу өсөн иҫкәртеү сараларын үтәү һәр кемдең мөҡәддәс бурысына әйләнде.
Райондарҙа йәшәгәндәр ҙә был мәсьәләгә бик етди ҡарай. Әлшәй районының Раевка ҡасабаһында урынлашҡан үҙәк район дауаханаһы эргәһендәге поликлиникаға барғанда ошо һүҙҙәрҙең раҫ икәнлегенә йәнә инандыҡ. Коронавирус инфекцияһына ҡаршы прививка яһатырға теләгәндәрҙең күбеһен: “Вакцинаның ҡайһыныһын һайларға?”, “Ниндәйе үҙем өсөн ҡулайлыраҡ булыр?”, “Ул сәләмәтлеккә нисек йоғонто яһар?” тигән һорауҙар борсой ине. Белеүебеҙсә, әлегә Рәсәйҙә “COVID-19”-ға ҡаршы дүрт вакцина бар: “Спутник V”, “ЭпиВакКорона”, “КовиВак” һәм “Спутник Лайт”. Поликлиникаға прививка яһатырға килгәндәр улар хаҡында яҡшы хәбәрҙар. “Себерҙә эшләп йөрөгән туғаным “КовиВак”ты яһатҡайны. Шөкөр, бер ниндәй ҙә кире һөҙөмтә булманы. Прививканан һуң үҙен яҡшы тойоуы хаҡында әйтте”, – тип белдерҙе оло йәштәге ҡатын.
– Балаларым Өфөлә йәшәй һәм эшләй. Улар янына даими барғым, ейән-ейәнсәрҙе күргем килә. Тағы төрлө магазиндан аҙыҡ-түлек алырға ла кәрәк, шуға күрә “Спутник V” вакцинаһын яһаттым. Ҡулда сертификат булһа, баш ҡалала йәшәгән ҡыҙым менән улымдың ғаиләһен дә йыш күрергә, кибеткә лә тыныс күңел менән барырға мөмкин, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты оло йәштәге ир.
– Яһаттыҡ, һис икеләнеп торманыҡ, һаулыҡтан да ҡәҙерлерәк байлыҡ юҡ хәҙер. Юғиһә, аҙаҡ һуң булып ҡуймаһын. Күптәр сирләй, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғүмерҙәре өҙөлгәндәр ҙә бар. Белеп-күреп йөрөгән таныштарҙың да коронавирус инфекцияһы арҡаһында яҡты донъя менән хушлашыуы вирустың аяуһыҙ икәнлеген дәлилләй, – тип һүҙгә ҡушылды уның ҡатыны.
...Коронавирус инфекцияһына ҡаршы прививканы яһар алдынан табип Руслан Мостафин пациентты ҡараны, сәләмәтлек торошон, тән температураһын, сатурация кимәлен, ҡан баҫымын, пульсын тикшерҙе. Руслан Румил улы вакцина яһатырға килгәндәрҙе борсоған һорауҙарға ла тулыһынса яуап бирҙе. “Ковид ябай сир түгел, шуға уны иҫкәртеү сараларын күрергә кәрәк”, – тигән фекерҙә ул.
– Вакцина яһатыу кабинетында көн дә 150 тирәһе кешене ҡабул итәбеҙ, – тине өлкән шәфҡәт туташы Зифа Сөләймәнова.
Был эштә шәфҡәт туташтары Розалия Исмәғилева менән Надежда Марийко – уның ышаныслы ярҙамсылары.
Әлшәй район үҙәк дауаханаһы баш табибы Рафаэль Самат улы Саяпов менән һөйләшеү барышында һүҙ, нигеҙҙә, коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцина яһатыу, унан шәхсән һаҡланыу саралары һәм башҡалар хаҡында барҙы. Белеүебеҙсә, Әлшәй районы биләмәһен Силәбе – Өфө – Һамар тимер юлы һәм Шишмә – Дәүләкән – Ҡырғыҙ-Миәкә, Раевка – Стәрлетамаҡ автомобиль юлдары киҫеп үтә. Рафаэль Самат улы ошо хәлдең, шулай уҡ вахтаға йөрөп эшләүселәрҙең һәм миграцияның коронавирусты йоҡтороусылар һанының артыуына килтереүен дә билдәләне.
...Әлшәй районында эпидемиологик хәл торошо, сирҙең эҙемтәләре тураһында аңлатыу эше ойошторолған, хеҙмәт коллективтары менән тығыҙ бәйләнеш булдырылған. Мәкерле сир аҙмаҫ, вакцина яһатыу коллектив иммунитетты барлыҡҡа килтерер, тигән өмөттә әлшәйҙәр.
- Айһылыу НИЗАМОВА