

Һыуыҡтар башланыу менән күптәр, һаулығын хәстәрләп, иммунитетын киҙеү миҙгеленә әҙерләргә тырыша. Был мәсьәлә айырыуса өлкәндәр өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Табиптар билдәләүенсә, өлкәндәрҙең иммунитетын нығытыуҙың бер нисә алымы бар.
Витаминдар эсегеҙ
Иммун системаһын нығытыуҙың иң һөҙөмтәле алымдарының береһе – әлегә тиклем эскән витаминдар күләмен арттырыу. Әлбиттә, был синтетик препараттарҙы йәки емеш-еләкте услап ашауҙы аңлатмай. Көндәлек аҙыҡ рационын файҙалы матдәләргә бай итеп әҙерләү фарыз.
Әммә, белгестәр фекеренсә, иммунитетты аҙыҡ менән генә нығытып булмай. Айырыуса йыш һәм ҡаты сирләгән кешеләргә биологик яҡтан әүҙем өҫтәмәләр кәрәк. Улар дарыуханаларҙа һатыла.
– Ҡайһы бер витаминдар (мәҫәлән, С витамины) балансын организмда йыл әйләнәһенә һаҡлау шарт. Был осраҡта емеш-еләккә, йәшелсәгә иҫәп тотмай, махсус препараттарҙы дарыухананан һатып алырға кәрәк, – ти табиптар.
Өлкәндәргә ниндәй витаминдар кәрәк?
Киҙеү миҙгеле алдынан өлкән йәштәгеләргә С, А, В төркөмө витаминдарын, шулай уҡ цинк, калий, кальций, селен кеүек файҙалы микроэлементтар туплауға иғтибар итергә кәрәк. Әйткәндәй, уларҙы йыл әйләнәһенә айырым йәки витаминлы комплекстар составында ашарға мөмкин. Әммә иртә көҙ улар айырыуса файҙалы буласаҡ.
Һалҡындарға яҡшыраҡ әҙерләнеү өсөн биохимик анализға ҡан биреп, унда ҡайһы бер витаминдар һәм микроэлементтар миҡдарын асыҡлау ҙа зыян итмәҫ. Участка табибына мөрәжәғәт итһәгеҙ, ул организмдың ниндәй витаминдарҙы һәм ни өсөн насар үҙләштереүен әйтеп бирер һәм был мәсьәләне хәл итеү алымын билдәләр. Ҡағиҙә булараҡ, бының сәбәбе йыш ҡына аш һеңдереү ағзаларының хроник сирҙәренә ҡайтып ҡала. Был осраҡта витаминдарҙы дарыуҙар менән эсергә тура киләсәк.
- Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА