Сәләмәт булайыҡ
22 Октябрь 2021, 10:00

Һәр кемдең һигеҙ таянысы бар

vk.comvk.com
Фото:vk.com

Ҡартлыҡ һәр кемгә килә. Йылдар үткән һайын, сәләмәтлек ҡаҡшай, төрлө сирҙәр баш ҡалҡыта башлай. “Ҡартлыҡ килде” тип уфтанып, был фекер менән килешеп йәшәй башлаһаҡ, ысынлап та, организмыбыҙҙың туҙа барыуына, сирҙәргә юл асыуына рөхсәт итәбеҙ, тигән һүҙ. Нисек кенә булмаһын, әүҙем тормош позицияһы кәрәк.

 

Ҡулдан килерлек ғәмәлдәр

 

Ҡартлыҡ – оҙайлы процесс, бер көндә генә ишегебеҙҙе килеп ҡаҡ­май. Ҡайһы бер ауырыуҙарҙы, өҙ­лө­гөүҙәрҙе булдырмаҫҡа, иҫкәр­тергә мөмкин, тип иҫәпләй табиптар. Өлкән кешегә һау-сәләмәт булыу өсөн нимә ҡамасаулай? Әйҙә­геҙ, ошо “дошмандарҙы” барлап үтәйек.

Беренсенән, ҡан баҫымы юғары булыуы, гипертония. Икенсенән, дө­рөҫ туҡланмау, артыҡ һимеҙлек. Уларҙан ҡала холестерин юға­ры­лығы, физик әүҙемлек түбәнлеге, тәмәке тартыу, алкоголь менән ма­уығыу килә. Өлкән йәштә сәләмәт булыу анһат түгел, әммә тормошто йәмлерәк, сағыуыраҡ, ҡыҙыҡлыраҡ итеү – ҡулдан килерлек ғәмәл.

Бөтә донъяға танылған, бай, әммә һаулығы ҡаҡшаған кешене лә бәхетле тип иҫәпләп булмай. Сә­ләмәт йәшәү рәүешен күҙәт­мәйенсә, һанға һуҡмайынса йәшәү ҡасан да булһа сиргә юлыҡтыра. Ҡайһы берәүҙәр “сәләмәт йәшәү рәүеше” тигәнде ишетеү менән танауын сирыштыра, “сәләмәт ғәҙәт­тәр күңелһеҙ, уларҙы үтәүе ауыр, ҡатмарлы”, “һәр нәмә­нән баш тартыу иҫәрлек” тип иҫәпләй.

Ғәмәлдә хәл башҡаса тора. Сәләмәт тормошҡа ылығыу һеҙҙе йәшәү йәменән мәхрүм итмәй, киреһенсә, яңы мөмкинлектәр аса. Белгестәрҙең әйтеүенсә, сәлә­мәтлекте хәстәрләүҙә ни бары һигеҙ хәл иткес фактор бар. Уларҙы үтәү һис ауырлыҡ тыуҙырмаясаҡ, киреһенсә, тормошоғоҙ яңы сағыу буяуҙарға байыр, ҡәнәғәтләнеү, шатлыҡ тойғолары кисерерһегеҙ.

Туҡланыу – бөтә ғәҙәттәргә ҡа­ра­ғанда ла сәләмәтлеккә ныҡ тәь­ҫир итеүсе ғәмәл. Нимә аша­уыбыҙ ғына түгел, уны ҡасан ашауыбыҙ, аҙыҡтың нисек әҙерләнеүе мөһим.

Һауа. Аҙыҡһыҙ бер нисә аҙна, һыуһыҙ бер нисә көн йәшәргә мөм­кин, тик тын алмайынса ике-өс минуттан да артыҡ йәшәп булмай. Һа­уалағы кислород беҙҙең күҙә­нәктәрҙәге аҙыҡты яндыр­ғандан һуң, йәшәү өсөн мөһим энергияны алыу өсөн кәрәк. Беҙ иркен һәм тәрән һуларға тейешбеҙ. Һауа саф, таҙа булһын. Яҡшы тын алыу өсөн кәүҙәгеҙҙең төҙ булыуы, күкрәк ситлегенең ҡыҫылмауы шарт. Эш урынының, йоҡо бүлмә­һенең еллә­телгән булыуына иғти­бар итегеҙ. Яңы көндө асыҡ һауала бер нисә тапҡыр тәрән тын алыуҙан һәм тыш­ҡа сығарыуҙан башлағыҙ. Һулау – тормоштоң төп функцияһы. Саф һауа менән тын алғанда, баш мейеһе һәм бөтә организм яҡшыраҡ эшләйәсәк.

Һыу. Тәнебеҙҙең 60 проценты һыу­ҙан тора. Бөйөрҙәргә ул ҡанды фильтрлау һәм кәрәкмәгән матдә­ләрҙе организмдан сығарыу өсөн бик кәрәк. Аҙыҡ эшкәртеү систе­ма­һы һыуға ныҡ мохтажлыҡ кисерә. Тән тиреһе сәләмәт һәм шыма бул­һын өсөн дә һыу мөһим. Хатта һө­йәктәрҙең ныҡлығы һәм һығыл­малылығы өсөн тейешле миҡдарҙа һыу талап ителә. Шәхси гигиена, аш-һыу әҙерләү өсөн дә һыуҙы рәхәтләнеп файҙаланабыҙ. Табиптар ашау араһында көнөнә алты стакан һыу эсергә тәҡдим итә. Иртәнге аш алдынан бик үк һалҡын булмаған һыу эсеү файҙалы, ул ашҡаҙанды төн буйы йыйылған лайланан таҙартасаҡ. Һыу шифаға, ҙур һауыҡтырыу көсөнә эйә. Гидротерапия ысулдары, мунса, ванна һәм сауна күп кенә сирҙәрҙе дауалай.

Ҡояш – планеталағы мөһим энергия сығанаҡтарының береһе. Уның йомшаҡ яҡты нурҙары йәшәү һәм сәләмәтлек өсөн файҙалы. Тирегә тәьҫир итеп, D витаминын эшләп сығара. Ҡояш нурҙарының ультрафиолет нурланышы патологик микробтарҙы юҡ итергә һә­ләт­ле. Ҡайҙа ҡояш, шунда – тормош, шунда – сәләмәтлек. Тикше­реүҙәрҙән күренеүенсә, ҡышҡы көн­дәрҙә депрессиялар, нервы ауы­рыу­ҙары арта. Әммә артыҡ ҡояш нур­ҙарының зарарлы булыуы ла ихтимал. Оҙаҡ ваҡыт ҡояшта ҡыҙы­ныу сәләмәтлек өсөн хәүефле.

Физик күнегеүҙәр. Беҙҙең тәнебеҙ хәрәкәтләнеү өсөн яралған. Хәрәкәтһеҙлек организмды туҙыуға, ҡаҡшауға килтерә. Күнегеүҙәр гипертонияны, һимереүҙе иҫкәртә, тәнде яҡшы формала тота. Иң яҡшы физик күнегеү – йәйәү йөрөү, уға бер сикләү ҙә ҡағылмай.

Ял итеү. Инфаркттарҙың күбеһе сәғәт 9-ҙан 12 сәғәт араһында булыуы билдәле. Йыш ҡына көсөр­гәнешле хеҙмәт көнөнән һуң кеше талсығыу тоя. Төнгө йоҡо беҙҙең сәләмәтлекте тергеҙә. Йоҡлағанда нейрондар көн буйы тупланған метаболик ҡалдыҡтарҙан таҙара. Организмдың һәр күҙәнәге даими ялға мохтаж. Был биологик талап тәбиғәт тарафынан һалынған.

Токсиндарҙан ҡотолоу. Кеше – үҙенең теләге менән сәләмәтлеген боҙған, ағыулаған, токсик матдәләр ҡулланған йән эйәһе. Әгәр беҙ сәләмәт аҡыл менән оҙайлы ғүмер кисерергә теләһәк, яһалма стиму­ляторҙар ҡулланыуҙан (никотин, алкоголь, кофеин, кокаин һ.б.) баш тартырға тейешбеҙ. Улар организмды көсөргәнеш менән эшләргә мәжбүр итә, һөҙөмтәлә төрлө сирҙәргә алып килеүе мөмкин.

Күңел тыныслығы. Һәр хәл-ваҡиғаны тыныс ҡабул итеү, борсолмау, бер кемгә лә асыу тотмау, проблемаларҙы ҡабул итә белеү ғәҙәте һеҙҙе күп күңелһеҙлектәрҙән ҡурсалар. Әлбиттә, был анһат түгел, шулай ҙа тырышырға кәрәк. Эске күңел бөтөнлөгө – сәлә­мәтлекте һаҡлаусы ғәмәл. Үҙеңә ышаныс тойғоһо, тыныслыҡ, яҡшылыҡҡа ынтылыш – психик һәм физик сәләмәтлек нигеҙе. Ошо һигеҙ таяныстың ғүмер юлында айырылғыһыҙ юлдаш булыуын теләйбеҙ.

- Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас