Сәләмәт булайыҡ
22 Октябрь 2021, 08:27

Сир ҡурҡыта, ҡурҡыу сирләтә

Пандемия йәмғиәттең психик хәленә лә кире йоғонто яһай.

Коронавирус пандемияһы барыбыҙҙы ла бер үк шарттарға ҡыуып индерҙе. Хәҙер беҙ байтаҡ ваҡыт инде ҡайҙалыр барыуҙы, башҡалар менән күҙгә-күҙ осрашыуҙы сикләйбеҙ, сөнки күптәр өсөн бындай бәйләнештәрҙең насар эҙемтәгә килтереүен беләбеҙ. Карантинда йәшәгәндә кешеләр үҙҙәренең һәм яҡындарының һаулығы, киләсәктәге иҡтисади хәле өсөн дә хәүефләнә, бер үк ваҡытта башҡалар менән аралаша алмағаны өсөн дә борсола.

 

 Нимә ул ипохондрия?

 

Дөйөм мәғлүмәт ағымы тәьҫи­рендә хәҙер бик күптәр башҡа кеше менән туранан-тура ара­лашыуҙан ҡурҡа. Бындай ке­шеләр автобус туҡталышындағы халыҡ араһында булғанда, ки­беттә сиратта торғанда ғәйәт ҙур уңайһыҙлыҡ кисерә. Бәйләнештән ҡасырға тырышҡан кешеләр психологик яҡтан туҡтауһыҙ борсолоу хисен кисереп йәшәй, ти белгестәр. Төрлө сир алдында ҡурҡып йәшәү ипохондрия тип атала. Социаль аралыҡты күҙәт­мәгән йәки битлек кеймәгәндәргә бындай кешеләр асыуланып ҡарай, ҡайһы ваҡыт уларға ҡысҡыра, хатта һөжүм дә итә.

Шул уҡ ваҡытта, киреһенсә, карантин осоронда социаль бәйләнеш юҡлыҡтан да ҡайһы бер кешеләр борсолоу һәм психологик ярһыу кисерә башлай.

Айырым илдәрҙә, билдәле булыуынса, коронавирус инфекция­һы­ның кәмеүгә табан китеүе иғлан ителде. Әммә уларҙа халыҡтың бер өлөшө кешеләр менән осрашыуҙы элеккесә ныҡ сикләргә тырыша. Мәҫәлән, Израилдә күптән инде бөтә йәштәге халыҡҡа ла урамға сығырға, баҙарға һәм кибеткә барырға рөхсәт ителде, әммә байтаҡ кеше һаман да йортонда бикләнеп ултырыуҙы ҡулайлыраҡ күрә. Табиптар әйтеүенсә, барлыҡ психиатрик сирҙәр халыҡтың ике проценттан алып ете процентҡа тиклемен солғап алған, тимәк, был коронавирусҡа ғына хас түгел.

 

Ҡытайҙа айырылышыуҙар арта

 

Социаль бәйләнештәрҙең кә­меүен насар кисереүгә ҡара­ғанда, был йүнәлештә лә ғилми тик­ше­ренеүҙәр байтаҡ. Улар раҫла­уынса, йәшәгән майҙандың сик­ләнеүе һәм тышҡы тәьҫир шарт­тарының (кемдеңдер килеп өндәшеүе, яныңдағы кешеләр йәки техника хәрәкәте һәм баш­ҡалар) юҡлығы кеше психи­каһына кире йоғонто яһай.

Һәр төрлө психик сирҙәр, шул иҫәптән шизофрения, галлюцинация, һаташыу һәм башҡалар кеше сенсор стимулдарынан мәхрүм ҡалғас башлана икән. Беҙҙең психикала генетик яҡтан һалынған бөтә үҙенсәлектәр ҙә бындай шарттарҙа нығыраҡ асыҡлана һәм көсәйә төшә, тип аңлата эксперттар. Өйҙә саҡта беҙ күп стимулдар менән уратып алынғанбыҙ: интернет, телевизор, музыка, ғаилә ағзалары, төрлө әйберҙәр. Әммә, әлеге пандемия осорондағы кеүек, айҙар буйы бер үк нәмәләр ҡабатланһа, кешелә “сенсор аслығы” башлана.  Тимәк, ашығыс рәүештә тирә-яҡ шартты алмаштырыу талап ителә. Ә нисек алыштыраһың?! – Урамға сығырға һәм аралашырға ярамай бит! Бындай ваҡытта ҡайһы берәүҙәрҙә психикала һәм генетикала булған үҙенсәлектәр һиҙҙерә башлай...

Ҡытайҙа һәм Көнбайыш илдәрендә карантин туҡтатылғас та ғаиләләрҙәге айырылышыуҙар ҡырҡа артҡан, сөнки бер үк кеше менән аралашыу һәм бер йөҙҙө күреү ирҙе йәки ҡатынды ныҡ ялҡыта икән. Шәхси йорто һәм ер майҙаны йәки тәҙрәнән матур күренеш булғанда еңелерәк, ә бәләкәй фатирҙа йәшәгәндәргә ҡыйыныраҡ тип иҫәпләнә ине, хәҙер килеп, аралашыу өсөн йортоңдағы майҙан йәки уңайлыҡтар күпме булыуы ғына етмәй икәне асыҡ аңлашылды – кешегә үҙенең эске донъяһын нимә менән тултыра барыуы мөһимерәк. Ә был донъя – әҙәми зат үҙе лә тулыһынса аңлап етмәгән мөхит. Психологтар аңлатыуынса, ғаиләләге ир менән ҡатын йәки бер туғандар бер-береһе менән ҡәнәғәт булмауҙы, борсолоуҙы һәм аңлашылмаған нәмәләрҙе ошоға саҡлы эсенә бикләп тотһа һәм тышҡы донъя менән аралашҡанда улар өлөш­ләтә булһа ла “иреп” бөтә барһа, фатир эсендә бикләнеп йәшә­гәндә улар өҫкә ҡалҡып сыға һәм бөтә ҡырҡыулығында күренә башлай, ыҙғыштар, айырылы­шыуҙар китә.  Психик яҡтан һаулығы ныҡ булмаған кешеләр бындай шарттарға тиҙерәк бирешә.

 

Киләсәк иҡтисадҡа бәйле

 

Һис һүҙһеҙ, пандемия арҡа­һында иғлан ителгән карантин һәр кемдә иҡтисади киләсәге өсөн борсолоу һәм ҡурҡыу ҙа тыу­ҙырҙы. Күп кенә дәүләттәрҙә, шул иҫәптән – Рәсәйҙә лә, граждан­дарға матди ярҙам күрһәтелә. Шулай булһа ла, АҠШ, Германия кеүек иҡтисади яҡтан көслө дәү­ләттәрҙә лә кешеләр үҙҙәренең финанс хәле өсөн борсолоуҙан туҡтамай. Хатта “хәүефһеҙлек мендәре”нә эйә булған һәм күп­мелер ваҡыт эшләмәй ятҡандар ҙа тыныслана алмай. Психик хәлен яҡшыртыу өсөн психиатрға һәм психоневрологка йөрөгәндәр, был хеҙмәт­ләндереү ҡиммәт булғанлыҡтан, ундай дауала­ныуҙан баш тартырға мәжбүр.

Үҙенең бизнесы һәм етештереүгә бәйле кәсебе булған эшҡыуарҙар, үҙҙәренән тыш, хеҙмәткәрҙәренең матди кимәле өсөн дә хәүефләнә. Карантин башланып күпмелер ваҡыт үткәс тә күп кенә компанияларҙың хеҙмәткәрҙәре эшкә сығырға рөхсәт һорай башлаған – уларға ғаиләләрен аҫрарға кәрәк бит.  Ас һәм хәйерсе ҡалыуҙан ҡурҡыу вирус йоҡтороу ҡурҡынысынан көслөрәк булып сыҡҡан. Ойошмалар етәкселәре үҙ коллективтарына ярҙам итергә тырыша, әлбиттә, сөнки дәүләттең ярҙамы ҡасан һәм ниндәй дәрәжәлә булырын күҙаллауы еңел түгел.

 

Эҙһеҙ үтмәй

 

Сирләүҙән ҡурҡыу осоро ғына түгел, сирҙе үткәреп ебәргәс тә, был хәл кеше организмы өсөн эҙемтәһеҙ үтмәй. СОVID-19 вирусын йоҡторғандарҙың психи­каһында төрлө кимәлдә сағылыш табырға мөмкин. Медицина фә­нендә күҙәтелеүенсә, инфекциялы пациенттарҙа һаташыу, күҙгә күренеү һәм башҡа насар үҙенсәлектәр йыш була.

– Коронавирус үҙәк нервы системаһын ҡаҡшата, был сирҙән һауыҡҡас та ошо зыян үтеп киткән һымаҡ күренә, ғәмәлдә уның хроник кимәлгә күсеүе һәм әленән-әле ҡалҡып сығыуы бик ихтимал, – ти Мәскәү физик-техник инс­титутының халыҡ һаулығы күр­һәткестәрен анализлау кафед­раһы лабораторияһы мөдире Станислав Отставнов “Известия” гәзите хәбәрсеһе менән әңгәмә­һендә.

“Газета.Ru” агентлығы абруйлы табиптар менән әңгәмәгә һылтанып хәбәр итеүенсә, коронавирус кешегә үтеп ингәс тә АПФ-2 (организм туҡыма­ларындағы аҡһым) рецепторҙары менән мөнәсәбәткә инә, ә улар үпкәлә генә түгел, нервы систе­маһында ла күп икән. “Был системаға вирус килтергән иң йыш зыяндар араһында, сит ил медицина баҫмаларында яҙыл­ғанса, менингит, энцефалит һәм мейеләге ҡан әйләнешенең боҙолоуын күрһәтергә була”, – ти ошо агентлыҡҡа биргән интервьюһында невролог Патимат Исабекова.

 

Был эҙемтәләр нисек күренә?

 

Тикшеренеүселәр раҫлауынса, ошоға саҡлы барған системалы күҙәтеү коронавирус йоҡторған ауырыуҙарҙа түбәндәге психик үҙгәрештәр барыуын асыҡланы:

l йоҡоһоҙлоҡ – сирлеләрҙең 42 процентында;

l иғтибар һәм фекер туп­лау­ҙың юғалыуы – 38 процентында;

l борсолоу – 36 процентында;

l хәтер тарҡалыуы – 34 процентында;

l төшөнкөлөккә бирелеү – 33 процентында;

l аңдың томаланыуы – 21 процентында;

l бәрелеү-һуғылыуҙан һуң стресс – 7 процентында.

Һәр дүртенсе сирле башы ныҡ ауыртыуға, ете проценты хәрәкәт итеү тотҡарланыуына зарланған.  Өлкән йәштәгеләрҙә делирий – фекерләү һәм тирә-яҡ мөхитте ҡабул итеүҙең көсһөҙләнеүе – күҙәтелергә мөмкин. Ҡайһы саҡ делирий – ошо йәштәгеләрҙең коронавирус менән сирләүенең берҙән-бер симптомы ла була ала икән.

– Коронавирус менән сирләгән, шулай уҡ был сирҙе үткәреп ебәргән кешеләргә стресҡа тиҙ бирешеү хас, уларҙа һәр нәмәгә шикләнеп ҡарау һәм тиҙ ярһып китеү ҙә булырға мөмкин, – ти “Газета.Ru” агентлығына биргән интервьюһында психология фәндәре кандидаты, “СберЗдоровье” консультанты Ольга Маркина.

Кешегә инфекцияның туранан-тура тәьҫире генә түгел, ә коронавирусҡа бәйле  социаль-психологик һәм иҡтисади шарттар ҙа кире йоғонто яһай. Күңел төшөнкөлөгө, йоҡоһоҙлоҡ, яң­ғыҙ­лыҡ тойғоһо, борсолоу түбәндәге факторҙар арҡаһында барлыҡҡа килергә лә мөмкин:

* инфекциялы кешеләр менән йыш аралашырға мәжбүр булыу;

* яҡындарына сир йоҡ­тороуҙан ҡурҡыу;

* физик дистанция һәм битлек кәрәклеге;

* медицина һәм социаль яҡлауҙы тоймау;

* коронавирус тураһындағы мәғлүмәт ағымы;

* пандемияның ҡасан тамамланырын белмәү.

 

Күҙәтеүҙәр дауам итә

 

Шул уҡ ваҡытта неврологтар СОVID-19 менән сирләүселәрҙе күҙәтеү осороноң әлегә үтә ҡыҫҡа булыуын, ошо сәбәпле һығымта­ларҙың тулы булмауын да билдәләй. “Бәлки, киләсәктә бөтә был симптомдарҙы дауалау юлдары ла табылыр”, – ти невролог Рамиш Шогенов әлеге агент­лыҡҡа биргән яҙмаларында. Әйткәндәй, табиптар раҫлауынса, бөтә был клиник күренештәр башҡа инфекция сирҙәрендә, мәҫәлән, пневмонияла ла, йыш күҙәтелә.

Башҡа вируслы сирҙәрҙең шулай уҡ үҙәк нервы системаһына тәьҫире нейротропия тип атала. Тикшеренеүселәр раҫлауынса, вирус баш мейеһе күҙәнәктәрендә лә таралырға һәләтле, кешенең психик хәленә кире тәьҫире шуның менән аңлатыла.

 

- Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.

Читайте нас